Ишек алдындағы сөйҙә элеүле торған радионан йыр ағыла:
...Һалҡын яҡтан ҡара елдәр иҫһә,
Йән өшөтөп көндәр һыуыныр.
Бергәләй-бергә үткән был ғүмерҙе
Диуаналар ғына онотор...
Йырсының тауышы әллә ни көслө булмаһа ла, үтә һағышлы, өҙөк-өҙөк һулҡылдауға оҡшаш.
Беҙ Себерҙән ҡайтҡан ҡунаҡ менән урамда, эскәмйәлә ултырабыҙ.
- Эй, ауылда рәхәт тә инде. Ике йыл ҡайтып булманы бит. Ауыл һағындырған. Бында ҡалалағы кеүек түгел шул, ишек асып сыҡтыңмы – ожмах! Ҡосағыңды йәй ҙә ҡосаҡла ҡайындарҙы!
Ҡунағымдың ҡәнәғәт тауышы, ысын күңелдән әйткән һүҙҙәре уйға һала. Шулай шул, дөрөҫ һүҙҙәр! Уңға ҡараһаң – урман. Уның сафлығы урамдарға һирпелә, һул яҡта - серле зәңгәр таҫма булып һуҙылған оло йылға. Йәйге иртәлә, әкиәттәге ҡыҙҙың аҡ сатыры төҫлө, аҡ томан күбекләнеп йылға өҫтөндә тирбәлә. Ауылда һауа шул тиклем саф, күкрәктәр киңәйеп, күңел хушланып китә. Аяҡ аҫтындағы йәшел сирәм, әйтерһең дә, йәшел келәм. Рәхәтләнеп, киске һиллек менән хозурланып ултырабыҙ.
Ҡунағым тағы һүҙ ҡуша:
- Бынау йырҙы әйтәм. Ҡолаҡта сыңлап тик торасы. Һөйләһәң – һүҙ, төртһәң – күҙ, тигәндәй, йәшерәк саҡта ғүмерҙе оҙон булыр, мәңге дауам итер төҫлө тояһың, ҡәҙерен белмәйһең. Ә ул ғүмер тигәнең бик аҙ икән, иң яҡын кешеңә күңел ҡапҡаларыңды ла асып өлгөрөргә етмәй...
Уның хәбәрен тын ғына, бүлдермәйенсә генә тыңлайым. Уларҙың тормошо беҙҙең күҙ алдында үтте, тиһәм дә хата булмаҫ. Кешенең тын алышын белер өсөн уның менән бергә йәшәү мотлаҡ түгел. Бер-ике осрашҡанда ла кемдең - кем икәнен еңел тойомларға мөмкин. Әлеге эргәмдә ултырған әхирәтемә ҡарайым да, уның йөҙөндә үкенеү, әсенеү тойғоларын төҫмөрләйем. Тормош иптәшен юғалтҡандан һуң ауылға тәүгә ҡайтыуы. Отпускыға ҡайтҡан һайын беҙгә һуғылмай китмәнеләр. Эш мәлеме, бесән ваҡытымы – ҡарап торманыҡ, мунсаһын яғып, һарығын һуйып, үҙебеҙсә ҡунаҡ итеп ебәрә инек. Ошо ҡыҫҡа ғына осрашыу мәлендә лә әллә ниңә этешеп – төртөшөп, бер-береһенә юл ҡуймай хәбәр һөйләп маташыуҙары иҫтә ҡалған. Аҡса тиһәң - аҡса, машина, зиннәтле кейем-һалым уларҙа ине. Күңелдәре ярлыраҡ булған, күрәһең.
- Хәҙер үкендерә лә, һуң инде. Күңелемә кәртә ҡорған булып, иптәшем шул кәртәнең бер яғында, мин икенсе яҡта унан ихласлығымды йәлләп, йөрәгемде бикләп тотҡанмын икән...
- Белеп, күреп өйләнешкәйнегеҙ бит. Ниңә улай тиһең? Кешенән кәм йәшәмәнегеҙ, артыҡ булмаһа...
- Ғүмер буйы баш бухгалтер булып эшләнем. Кешеләргә ҡаты булдым. Дорфа ҡыландым. Башта иҫәп-хисап эшендә шулай кәрәк икән тип уйланым. Аҙаҡ ғәҙәткә әүерелде. Иптәшемә рәхәт. Ул көнө-төнө саф һауала, кешеләр араһында – буровойҙа. Эшенән ҡәнәғәт. Күңеле көр. Кистәрен эштән ҡайтҡас, мине иркәләй башлаһа, күңелем һытылып, йөҙөм боҙола ла китә. Әллә ниңә ихласлыҡ күрһәтмәй, тойғоларымды йәшерҙем шул.
Әхирәтем ошо урынға еткәс, тағы ниҙер хәтерләп, ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.
- Ҡуйсәле, бошоноп ултырма. Тормош булғас, төрлөһө була инде.
- Үкендерә шул. Бигерәк тә ошо көндәрҙә әллә ниңә төрлөсә уйландыра ла уйландыра. Ғүмерем буйы аҡса йыям, тегене алам, быны алам, тип тырыштым. Донъя бөтәйтәм тип, алһыҙ-ялһыҙ эшләнем дә эшләнем. Нимәгә кәрәк булған? Шыңғырҙап торған донъялар торҙо ла ҡалды. Ни балаларыбыҙ булманы. Исмаһам, ейәндәремә әүрәр инем.
- Күңелеңә ауыр алма, һорағанға. Бала тапманың да ҡуйҙың, теләмәнеңме, әллә булманымы?
- Балаға уҙғайным мин. Йәшмен, тағын булыр әле, тинем. Баракта йәшәгән ваҡытыбыҙ. Килеп тороп һыуыҡ. Барҙым да дауаханаға, “изге йөгөмдән” ҡотолдом да ҡуйҙым. Күпме генә теләһәм дә, башҡаса балаға уҙманым.
Ҡунағымдың һүҙҙәренә эйәреп һүҙ ҡыҫтырмаҡсы, уны йыуатмаҡсы итәм дә, тағы тыйылам. Әйҙә, күңелендә йыйылған аһ-зарҙарын, юшҡындарын сығарһын, тим. Бәлки үҙенә еңелерәк булып ҡалыр... Ә радио йырлай ҙа йырлай:
Бер алманы бишкә бүләйек,
Был донъяның ҡәҙерен беләйек...
- Ярай, үткәне үткән инде. Алға ҡарап йәшәйек әле. Һис тә бирешергә кәрәкмәй! Минең дә бер уйым бар. Иртән ҡояш ҡалҡып, яңы көн тыуғас кәңәшләшербеҙ. Әлегә, әйҙә, ял итәйек.
Урамдан ингебеҙ килмәһә лә, өйгә йүнәләбеҙ.
Иртәгәһен ни булды тиһегеҙме? Кәңәштәребеҙ беректе...
Яңы йыл алдынан мин шат йөҙлө әсәне ике балаҡайы менән вокзалда оҙатып ҡалдым. Атай-әсәйһеҙ ҡалған, шыр йәтим бер туған ҡыҙ менән малайға әсәй булды әхирәтем. Ошо сабыйҙарға документтар юллағанда атлап түгел, осоп йөрөнө...
Хушлашҡанда былай тине миңә:
- Һин миңә ҡанаттар ҡуйҙың! Мең-мең рәхмәт һиңә!
Ҡосаҡлашып, илашып торабыҙ. Шул саҡ балаларҙың береһе: “Әсәй! Поезд китә, шәберәк бул!” – тимәһенме!
Был донъяла ҡайҙа юғалтып, ҡайҙа табырыңды Аллаһы Тәғәлә үҙе генә беләлер. Шулай ҙа төҙәтерлек хаталарҙы үҙ мәлендә төҙәтергә беҙгә кем ҡамасаулай?!
Аҡ юл һеҙгә!
Ғәлиә ӘЛИМҒУЖИНА.