+28 °С
Болотло


Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай законға үҙгәреш әҙерләй. Уға ярашлы, махсус хәрби операциялар ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына быйыл да транспорт һалымын түләмәҫкә рөхсәт ителә. Закон проекты Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың пленар ултырышында ҡарала. Быға тиклем республика депутаттары яугирҙәр һәм уларҙың яҡындарын 2022 йыл өсөн дә транспорт һалымын түләүҙән бушатты.