

Азалия менән Фидәлиә Флүрә апай менән Фитрат ағай Ғайсиндарҙың ише ғаиләһендә тыуып үҫкән. Иң ҙур апалары Фәнилә менән ағалары Фәнзил күптән инде башлы-күҙле, үҙҙәре атай-әсәй.
Гөлдәниә апалары иһә мәктәп йылдарында уҡ “Мораҙым” гәзитенә әүҙем яҙышҡан авторҙарыбыҙҙың береһе булды, уның шиғырҙары һәм мәҡәләләре “районка”нан тыш, республика баҫмаларында ла донъя күрҙе.
Был ғаиләлә үҫкән яҙыу-һыҙыуға маһир Гөлдәриә лә беҙҙең гәзиткә яҙышты.
Азалия үҙе уҡыған белем усағының иң әүҙем уҡыусыларының береһе һаналып, район хакимиәте башлығы стипендиаты исеменә лайыҡ булған. Фидәлиә иһә спортты үҙ итә.
Осар ҡанаттарығыҙ ныҡ булһын, һылыу ҡыҙҙар!