Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Май 2023, 03:50

Айғыр әбей

Аҡморон өҫтөндә ҡоштай осҡан ҡыҙҙы күргән малайҙар көнләшеүҙән тештәрен шығырлатты, улар телендә Ирғаҙаҡ “Сарайғыр”ға әйләнде. Атҡа атланып сапҡанда ҡыҙ үҙен сикһеҙ бәхетле хис итә, уға шул тиклем рәхәт, һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ булмаған көслө һәм серле тойғолар кисерә, тайы менән бергә бер бөтөнгә әйләнә, уның тән йылыһын ғына түгел, ә һәр мускулын тоя, һәр тын алышын, йөрәк тибешен ишетә…

Айғыр әбейАйғыр әбей
Айғыр әбей

Айғыр әбей

  Туҡһан йәшкә етеп килгән әбейҙең иҫе лә дөрөҫ әлегә, күҙҙәре лә аяҡ-юллыҡ күрә, һаулығы ла маҡтанырлыҡ булмаһа ла, зарланырлыҡ түгел. Һәр хәлдә, ошо йәшкә етеп, дауаханала ятҡаны юҡ. Яр башында ултырған ҙур ихатаның бер ситендәге бәләкәй өйҙә йәшәй ул. Берҙән-бер улы ғаиләһе менән оло йортта. Әбейгә унда ла урын бар. Килене менән улы ла,ейәндәре лә ситләтмәй уны. Киреһенсә, өҙөлөп торалар. “Бер өйҙә генә йәшәһәк, әсәй, һиңә лә, беҙгә лә тынысыраҡ булыр ине, - ти улы. – Былай бит төндә лә борсолоп инеп сығабыҙ эргәңә…” Килене лә: “Кеше әллә нимә һөйләйҙер әле, ана, әбейҙе һыйҙырмайҙар, бергә йәшәтмәйҙәр, тип… Ҡәйнәм, күс оло өйгә”, - тип ҡабатлай. Ундай саҡтарҙа әбейҙең яуабы бер: “Рәхмәт, балалар, миңә бында бик һәйбәт. Ызыҡламағыҙ ҙа… Тауышҡа ярамайым бит. Алай ҙа был өйҙө боҙҙортмағаным”.

   Эйе-эйе, уға ошонда, үҙ мөйөшөндә рәхәт тә, тыныс та. Электән яңғыҙлыҡты яратты ул. Үҙе менән генә ҡалып һөйләшкән, серләшкән, бәхәсләшкән, хатта әрләшеп-әрепләшеп киткән саҡтары йыш була. Үҙен яратмаған кеше генә үҙе менән яңғыҙ ҡалырға ҡурҡа, тиҙәр. Ә ул яратамы үҙен? Йәки башҡалар уны яраттымы икән? Ғүмер буйы тиерлек яңғыҙ йәшәһә лә, үҙенән ялҡманы ла, биҙрәмәне лә. Мулла ҡушҡан ысын исеме Миңсара булһа ла, ауылында ла, тирә-яҡта ла уны “Айғыр әбей” тип беләләр. Ул бының өсөн берәүгә лә асыуланмай ҙа, үпкәләмәй ҙә. Бала саҡтан уҡ әле өләсәһенән башҡа уға бер кем дә үҙ исеме менән өндәшкәне булманы. Малайша, Ирғаҙаҡ, Айғырша…

  Әбейҙең уйҙарын иртәнге сәйгә эҫе ҡоймаҡ индергән килене бүлде:

   - Ҡәйнәм, Тимерйән әйтергә ҡушты, бөгөн төштән һуң райондан кешеләр килә. Миҙал бирәләр, тей, һиңә… Юбилей миҙалы. Матур ғына итеп кейенеп ҡуй инде, йәме, - ул һуңғы һүҙҙәрен, ҡәйнәһенең кейенеп-төҙәнергә яратмағанын белгәнгә күрә, бәләкәй баланы иҫкәрткән кеүек әйтеп ҡуйҙы.

    - Атаҡ, Еңеү көнөнә иртә бит әле… Айҙан артыҡ ваҡыт бар түгелме?

    - Тимерйән әйтә, ил Президенты ла, беҙҙең республика Башлығы ла ул миҙалдарҙы күптән тапшыра башланы, ти. Кисә телевизорҙан да Өфөләге ветерандар госпитален күрһәттеләр. Башлыҡ үҙе ҡаҙаны миҙалдарҙы!

Ул арала улы ла килеп инде.

  - Әсәй, һиңә “Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте   өсөн”миҙалын тапшырырға киләләр. Үҙебеҙҙең силсәүит, райондан вәкилдәр бар, - тине ул.- Әсәһе, сәй өҫтәле лә әҙерләргә кәрәк булыр…

 -  Һе, миҙал… - тип ҡуйҙы әбей, балалар сығып киткәс. Ҡайһы берҙә ул миҙалдарҙы уға Өфөнән  Сынтимер ағаһы ебәреп ята кеүек булып китә. Байтаҡ булып китте, шикелле, улар. Түшкә тағып йөрөүе лә ауыр. Һирәк кенә берәй тантанаға йә ҡунаҡҡа кейеп бара торған ҡалын йөн костюмына ҡаҙап ҡуйылғандар. Костюмды кейгәндә сыңлап китәләр. Уларҙың сыңы йыш ҡына әбейгә аттар муйынындағы ҡыңғырауҙар тауышы булып ишетелә башлай…

  Әле лә уйҙары өйөр-өйөр аттар булып сабышып, туҙышып киттеләр. Ана, иң алда колхоз айғыры Ҡаран саба. Унан ҡала бейәләр, ҡолондар… Арттан Ҡарсығаморондо эйәрләгән өләсәһе Бибисара елә. Ул йәш һәм көслө. Ә теге бәләкәй генә һыбай бала кем тиһегеҙме? Етем ҡыҙыҡай Миңсара ул. Туҡта, ни эшләп етем булһын ул? Алыҫ Себер тайгаларының бер мөйөшөндә ата-әсәһе лә, бәлки, иҫән-һау йәшәп яталыр. Тик хат яҙырға ла, кире ҡайтырға ла ярамай ғыналыр. Ҡыҙ уларға рәнйемәй. Ике йәшенән ҡарап үҫтергән өләсәһенә сикһеҙ рәхмәтле ул. Юғиһә, әсәләре менән йөрөр ине башҡайҙары әллә ҡайҙарҙа ҡаңғырып! Иҫән булһа, әлбиттә…

  Атаһын һәм уның бер туған ағаһын кулак яһап, ғаиләләре менән Себергә һөрөргә булғас, ошо өләсәһе өтәләнеп килеп еткән: “Кейәү, ҡайҙа-ҡасан барып етерегеҙҙе, ҡайҙарҙа морон төртөрөгөҙҙө лә белмәйһегеҙ. Оҙон юлда нимәләр генә булып бөтмәҫ… Миңсараны миңә ҡалдырып тороғоҙ. Һеҙгә, ана, ҡалған дүртәүһе лә баштан ашҡан. Шулары иҫән-һау барып етһен. Кем белә, Хоҙай насип итеп, тиҙ арала әйләнеп тә ҡайтырһығыҙ әле, иншалла…” Нисек күндергәндер, ниндәй һүҙҙәр табып ризалатҡандыр өләсәһе уның ата-әсәһен, әммә НКВД кешеләре уларҙы ылауҙарға тейәп алып китеү менән Бибисара кескәй ейәнсәрен үҙенең ергә һеңеп бөткән иҫке генә өйөнә алып та ҡайтты. Ире Граждандар һуғышынан ҡайтманы, ике ҡыҙын кейәүгә биргәне бирле бер үҙе йәшәй ине ул. Колхоз аттары торған “кунидуырҙа” төнгө ҡарауылсы булып эшләй. Аҙбарындағы берҙән-бер атын биреп ингәйне ул колхозға, “иренең төҫө” булған һәм ҡолонларға йөрөгән шул бейәһенән айырылғыһы килмәү сәбәп булдымы, әллә өйөнөң ат һарайына яҡын ғына булыуымы, Бибисара төнгө эшен дә, йылҡы малын да ныҡ яратты. Көндөҙ башҡалар менән утауҙа, бесәндә йә ураҡта йөрөп арыһа ла, төнгө эшенә теләп, ашҡынып бара ине. Өйҙә уянып, ҡурҡып илап ятмаһын, ҡото осоп ҡуймаһын тип, ейәнсәре Миңсараны ла үҙе менән ала. Уны “кунидуыр”ҙың бәләкәй өйөнә йоҡларға һала ла үҙе аттары янына сыға. Ҡыҙыҡай ҙа күбеһенсә өләсәһенә эйәреп һарайҙа йөрөй. Ҡайһы берҙә уға әҙ генә булһа ла яңы ҡолонлаған бейә һөтө лә эләгә.

   Миңсараға 14 йәш тулғанда Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Ауылдың ир-егеттәрен генә түгел, аттарҙы ла һуғышҡа алдылар. Малҡайҙар ҙа,уларҙың көтөүселәре лә фронтҡа китеп бөткәс, бөтә кунидуырға хужа булып Бибисара һәм уның ейәнсәре генә ҡалды. Колхозда ҡалған сирле алашалар, ҡарт бейәләр, йәш ҡолондар өсөн “конюх Бибей”ҙә, “ирғаҙаҡ Сара” ла  ят түгел. Хәҙер инде улар көнө-төнө аттар менән бергә.

    Ээйй, ул йылдарҙы уйлап та, һөйләп тә бөтөрөрлөкмө инде! Өләсәһенең бер ҡыҙы Себергә һөрөлөп эҙһеҙ юғалыуы, урман яғына кейәүгә киткән икенсеһенең ире һуғышта үлеп ҡалыуы оло кешегә эҙһеҙ үтмәне. Ул тиҙ ҡартайҙы, йыш ауырыны, күҙҙәре лә насар күрә башланы, тик эшен ташламаны. Сабый сағынан өләсәһенән һәм аттарҙан башҡа нәмә күрмәгән, хайуандарҙы бик яратҡан, уларҙың “телен белгән”үҫмер ҡыҙ донъя йөгөнә төптән егелде. Уҡыуы ла шул 5 синыф менән ҡалды. Яңғыҙ әбей янында, атай-әсәйһеҙ, бер туғанһыҙ, гел генә мал араһында үҫкән ҡыҙҙың холҡо ла йомоҡ һәм ҡырыҫ ине. Бәләкәйҙән кеше менән аралашманы, тиҫтерҙәре менән уйнаманы ул. Малайҙарса кейенеп өйрәнгән ейәнсәренең өҫ-башына өләсәһе лә артыҡ иғтибар бирмәне. Туғаны ла, дуҫы ла, серҙәше лә шул аттар булды. Айырыусы һуғышҡа алынғанға тиклем гел өләсәһе менеп йөрөгән Ҡарсығаморондоң ҡалған ҡолоно Аҡморондо яратты ул. Уға егеттәр йүгән кейҙерергә, эйәр һалырға  күпме генә тырышмаһын, береһенә лә баш бирмәне. Йыш ҡына тибелеп, тешләнеп йә ҡолап ҡалған малайҙар аҙаҡ ҡул һелтәне уға. Миңсара быға ҡыуанды ғына. Аҡморон уныҡы ғына буласаҡ. Ул үҙе өйрәтә башланы тайҙы. Гел генә уның янына барып ялын тарай, ҡойроғон бөрмәктән таҙарта, икмәк һынығы ҡаптыра. Ихх, ҡана һуң, әҙерәк шәкәр ҙә булһа… Ҡайҙа инде ул! Халыҡ ҡына түгел, малдар ҙа ас. Ҡыҙ ипләп кенә Аҡморондоң арҡаһына шәлен йә көпөһөн һалып ҡуя. Таныш еҫ булғанғамы, тай ҡарышмай. Йүгән кейергә лә өйрәнде. Ҡыҙ быға ҡыуана, яйлап ҡына аттың һыртына ауырыраҡ әйберҙәр ҡуйып ҡарай. Һарай өйөнән ҙур ғына иҫке яҫтыҡты алып сығып һалды. Тай терт итеп ҡуйһа ла ырғып-һикереп сапманы, уны һелкеп ташламаны. Яҫтыҡ көнө буйы уның һыртында йөрөнө. Бер-ике көндән мендәр урынына эйәр һала башланылар. Шунан инде эйәр өҫтөнә ҡыҙҙың нисек менеп ултырғанын икеһе лә һиҙмәй ҙә ҡалды.Шулай итеп, ашыҡмай, ҡабаланмай, әрләмәй-туҡмамай менгегә лә, еккегә лә өйрәтеп алды уны Миңсара. Аҡморон өҫтөндә ҡоштай осҡан ҡыҙҙы күргән малайҙар көнләшеүҙән тештәрен шығырлатты, улар телендә Ирғаҙаҡ “Сарайғыр”ға әйләнде. Атҡа атланып сапҡанда ҡыҙ үҙен сикһеҙ бәхетле хис итә, уға шул тиклем рәхәт, һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ булмаған көслө һәм серле тойғолар кисерә, тайы менән бергә бер бөтөнгә әйләнә, уның тән йылыһын ғына түгел, ә һәр мускулын тоя, һәр тын алышын, йөрәк тибешен ишетә…

 Эшсе аттар бармаҡ менән генә һанарлыҡ булғас, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарына, ҡарт-ҡороға, үҫмер малайҙарға үгеҙ йәки һыйыр егеп һабан һөрөргә лә, ауыр йөк ташырға ла, утын-бесәнгә йөрөргә лә тура килде. Улары булһа бер хәл, күптәр ҡул арбаһына үҙе егелде. Шул һуғыш йылдарында таралған бер йырҙы Миңсара әле лә иҫләп ала:

Уф аллам арбаһы - йөрәгем яраһы,

Соҡорло юлдарҙан йыраҡҡа бараһы.

Тормоштоң нужаһы тейәлгән арбаны

Тарталыр ауылдың бер йәтим балаһы…

  Миңсараға ундай арба һирәк эләкте: уның ҡанатлы дуҫы - Аҡмороно бар. Тайҙы колхоз рәйесе булып ҡалған оло ғына Шәриф ҡарт та бик алып бармай, ә башҡалар бөтөнләй яҡынламайҙар. Бригадир ҙа төрлө эшкә уларҙы тик Миңсара менән бергә ҡуша, алыҫ юлға ла бергә ебәрә. Елдәр менән ярышып һыбай сапҡан, аттарҙы һыҙғырып ҡына туҡтата алған, бер ҡысҡырып ҡына өйөргә йыя белгән был ирғыҙға күптәр ҡыҙыҡһынып, ҡайһы берәүҙәр екһенеп, икенселәр шикләнеп, һағайып, хатта бер аҙ ҡурҡып та ҡаранылар, шикелле.

  Йәй етеп, емеш-еләк бешә башлағас, ауыл ҡыҙҙары тураға утыҙ саҡрымда ятҡан Магнит ҡалаһына  еләк ташып һата торғайнылар. Ике тулы биҙрәне көйәнтәгә элеп, төндә юлға сығалар, таңға ҡала баҙарына барып етәләр. Аҡсаһына икмәк, ярма, артһа арлы-бирле кейем дә алып ҡайталар ине. Күпме саҡырһалар ҙа, ҡаланың матурлығын һөйләп ҡыҙыҡтырһалар ҙа Миңсараны күндерә алманылар… “Әйҙә инде, аҡса эштәп, ысталауай ашап, гурыт күреп ҡайтырбыҙ”, -тип тә, хатта береһе: “Мәғәниткә пленный ниместәрҙе алып килеп тултырғандар. Бейееек өйҙәр һалалар. Урамдан үткәндә күп-күк күҙҙәрен бәзерәйтеп беҙгә ҡарайҙар, әй. Был ҡап-ҡара ҡыҙҙар ниндәй милләт икән тиҙәр микән?” - тип аптыратырға ла тырышып ҡараны. Юҡ, риза булманы ул, ҡалаға бер тапҡыр ҙа барманы. Әлеге шул ҡыҙҙар менән аралаша, серләшә белмәүе, ҡырыҫ, арҡыры холҡо инде. Ә ҡыҙҙар был малайҙарса ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ Ирғаҙаҡ менән төнгө юлға сығырға бик теләйҙәр ине лә, аҙаҡ ҡул ғына һелтәнеләр. Кейемгә лә, тамаҡҡа ла иҫе китмәй шул уның. Урман үҙе туйындыра бит: яҙ етһә - йыуаһы, ҡуҙғалағы, ҡымыҙлығы, тағы әллә күпме үләндәре, йәй еләк-емеше, һарынаһы тулып ултыра. Өләсәһе менән улар картуф та сәсәләр, һөтлө генә кәзәләре лә бар. Ҡулы эшләгәндең ауыҙы ла көйшәй инде. Ә кейем? Матур кейенеп ҡайҙа барһын инде ул? Ә аттары янына эшкә барғанда, өләсәһе тегеп биргән оҙон күлдәктең итәген ул барыбер салбар бөрмәһенә ҡыҫтырып ҡуя. Һыбай сапҡанда ла шулай уңайлы. Ә яланда инде аттар ҙа, ул да азат, ирекле.

  Ә “Айғыр” ҡушаматын Миңсараға аҙағыраҡ,һуғыштан һуң бирҙеләр. Инде егерме йәшкә еткән ҡыҙҙың һаман кейәүгә сыҡмауы, өләсәһенең вафатынан һуң шул яр башындағы иҫке өйҙә япа-яғыҙ йәшәүе инде бөтәһен дә ғәжәпләндерә һәм шомландыра ине. Уны киске уйынға йәки ҡунаҡҡа  саҡырыу түгел, өйөнә йомошҡа ла инмәнеләр.

(Дауамы бар).

Зилә Псәнчина. 

Автор:
Читайте нас