

- Рим тәү ҡарашҡа ябай ғына үҫмер, тиңдәштәренә хас шаянлыҡ, шуҡлыҡ уға ла хас. Әммә ул тормошҡа бер аҙ етдиерәк ҡарай. Бик тырыш, алдына ҡуйылған бурыстарҙы мотлаҡ тормошҡа ашыра. Тәртип яғынан да уға һүҙ әйтерлек түгел, ололарға ла, кеселәргә лә бик ихтирамлы, - ти уның хаҡында класс етәксеһе Флүрә Мөхәммәт ҡыҙы Ҡыҙрасова.
Рим үҙе уҡыған белем усағының уҡыуға етди ҡараған иң яуаплы уҡыусыларының береһе һанала. Күп кенә предмет олимпидаларында ҡатнашып, призер булған. Математика менән рус теленән тыш, географиянан берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ.
Киләсәктә кем булырға хыяллана – баҫалҡы егет был турала күп уйланһа ла, әлегә сер итеп һаҡлай. Әммә шуныһына иманыбыҙ камил – ниндәй генә юлды һайлаһа ла, яҡындарының, белем биргән уҡытыусыларының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ, бына тигән кеше булыр!