Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
19 Май 2023, 07:10

Алда әле заман имтиханы…

Быйыл районыбыҙҙың ете белем усағы - Мораҡ башҡорт гимназияһы, Мораҡ 1-се, Йомағужа 1-се һәм 2-се, Теләүембәт, Хоҙайбирҙин, Воскресенск урта мәктәптәре барлығы 90 уҡыусыһын оло тормош юлына оҙата. 9-сы класты иһә барлығы 419 кеше тамамлай. Теләүембәт урта мәктәбенең сығарылыш класында - 5 уҡыусы. Улар әлеге мәлдә берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерлә.

Алда әле заман имтиханы…Алда әле заман имтиханы…
Алда әле заман имтиханы…

 Теләүембәт урта мәктәбенең 11-се класын биш уҡыусы - Рим Вәлидов, Айтуған Алсынбаев, Замир Юлдашбаев, Айнур Хайсаров һәм Алһыу Кинйәбулатова тамамлай. 

Бик аҡыллы, тәртипле, әүҙем улар. 9-сы класҡа тиклем 12 бала булһалар, сығарылыш кластарында бишәү генә ҡалғандар. Урта синыфтарҙа класс етәкселәре булған Гөлназ Сабир ҡыҙы Ҡазбулатова ла, 10-11-ҙә уларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алған Флүрә Мөхәммәт ҡыҙы ла улар хаҡында тик яҡшы фекерҙә.

  Теләүембәт мәктәбе педагогтарына ла, шулай уҡ үҙҙәренең тәүге уҡытыусылары – Зөһрә Миңләхмәт ҡыҙы Ишемғоловаға, Резеда Дамир ҡыҙы Иҙелбаеваға, Фәүзиә Әхмәт ҡыҙы Әбдрәхимоваға, Гүзәл Тәлғәт ҡыҙы Әмекәсоваға ла сикһеҙ рәхмәтле улар.

  Һәр яҡлап өлгөр булған был класс. Уҡыуҙа ла, уҡыуҙан тыш сараларҙа ла һынатмағандар. Улар хаҡындағы тулы мәҡәләне гәзитебеҙҙә уҡығыҙ.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас