Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
18 Май 2023, 11:13

Кемдәр медицина вуздарына льготалы шарттарҙа уҡырға инә ала

Коронавирустан вафат булған медицина хеҙмәткәрҙәренең балалары медицина вуздарына льготалы шарттарҙа уҡырға инә ала

Кемдәр медицина вуздарына льготалы шарттарҙа уҡырға инә алаКемдәр медицина вуздарына льготалы шарттарҙа уҡырға инә ала
Кемдәр медицина вуздарына льготалы шарттарҙа уҡырға инә ала

Коронавирустан вафат булған медиктарҙың балалары медицина вуздарына льготалы шарттарҙа уҡырға инә ала. Дәүләт Думаһының бер нисә депутаты Рәсәйҙә кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Татьяна Москальковаға ошондай тәҡдим менән мөрәжәғәт иткән.

Фән һәм юғары белем, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау буйынса профилле комитеттарҙың рәйестәре Сергей Кабышев һәм Дмитрий Хубезов быға тиклем тейешле закон проекттары Рәсәй Хөкүмәтендә хуплау тапмауын хәбәр итте.

«Әйҙәгеҙ, хөкүмәт рәйесенән ауырыуҙарға ярҙам күрһәткәндә сир йоҡторған һәм вафат булған табиптарҙың балаларын медицина юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү йәһәтенән закон сығарыу башланғыстарын ҡабаттан ҡарауҙарын һорайыҡ. Беҙ уларҙың балалары хаҡында хәстәрлек күрергә тейешбеҙ», — тине Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин.

Шулай уҡ ул Рәсәй Хөкүмәтенең иғтибарын «махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың юғары уҡыу йорттарына льготалы шарттарҙа уҡырға инеүенә бәйле мәсьәләне хәл итеүгә» йүнәлтергә саҡырҙы.

Татьяна Москалькова ла был тәҡдимдәрҙе хупланы.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 2023 йылда Башҡортостан вуздарының бюджетҡа 13,5 меңдән ашыу абитуриентты ҡабул итәсәге тураһында хәбәр иткәйне.

Автор:
Читайте нас