

Әлмира Нәзиф ҡыҙы ғүмер баҡый Яңы Покровка мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Үҙ өлгөһөндә сабыйҙарҙы ҡул эштәренә, сәнғәткә йәлеп итеп, уларға донъяны танып белеү, әхлаҡи-рухи тәрбиә биреү юҫығында ҙур тырышлыҡ һала. БР-ҙың мәғариф алдынғыһы исеменә лайыҡ була. Ә ғүмер йомғағын 46 йыл бергә-бергә, татыулыҡта һүткән тормош юлдашы – Зиннәтулла Әхмәт улы Аллағыуатовтың шәп саҡтары тынғыһыҙ совхоз эштәрендә үтә. Ул “Искра” совхозы Дмитров бүлексәһенең алдынғы механизаторы, аҙаҡ бригадиры була.
Өс балаға ғүмер бүләк итә матур пар. Игеҙ ҡыҙҙары – Әлфиә менән Гөлфиә медицина юлын һайлай, кинйәләре – Салауат Өфө дәүләт аграр университетын тамамлап, тормошта үҙ урынын таба.
Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре изгелекле ата-әсә өсөн рухи йыуаныс, гөрләтеп донъя көтөр өсөн көс-ҡеүәт биреүсе булып тора ла инде. Баҡсаларында ниндәй генә еләк-емеш юҡ уңғандарҙың: йөҙөм, барбарис, крыжовник, алма, ҡарағаты... Тилбер ҡуллы хужабикә бәйләм бәйләй, һөлгөләр сигә, таҡыялар, түшелдеректәр эшләй, сумкалар тегә.
- Үҙебеҙ күптән әсәй булһаҡ та, әсәйҙең тәмле буҙаһын, татлы аштарын һағынып барабыҙ, - ти игеҙ ҡыҙҙары.
Ни тиһәң дә, ауылдың бар йәме, ҡото - Аллағыуатовтар кеүек эшкә бөтмөр, донъяға яҡты ҡарашлы кешеләр.