

Йәшлек йәренән баш тартып, тол ҡалған еңгәһенә өйләнергә тура килде уға. Ағаһын ағас баҫҡас, өс балаһы менән яңғыҙ ҡалған еңгәһен уға димләнеләр. Үлем түшәгендә ятҡан атаһының һуңғы үтенесе ине был. Ҡан туғандарын яттар күҙенә ҡаратмаҫҡа тигән әмер бирелгәс, ағай кеше уларҙы үҙ ҡосағына алды.
Тик барыбер ғүмере буйы ҡасан да булһа Сәлимәһе менән бергә буласағына өмөтөн өҙмәне. Түшәк бүлешкән кешеһе уның өсөн ҡатын түгел, еңгә булып ҡала килде. Керпегенә йоҡо ҡунмай ыҙаланған төндәрен ул шишмә буйҙарын, тәүге йәре менән бәхетле миҙгел кисергән урындарын ҡыҙырырға ғәҙәтләнеп алды. Ә һағыныуы сиктән ашҡан бер төндө, үҙен күреп, һағышын баҫмаҡ булып Сәлимәнең ишеген ҡаҡты. Тик ул асманы. Иң саф хистәрен аяҡ аҫтына һалып тапаған, аҡ хыялдарын селпәрәмә килтергән хыянатсыны ғәфү итерлек көстө ҡайҙан алһын да, ҡайһылайтып уның күҙенә ҡараһын ти Сәлимә?
Ошо хәлдән һуң Ғайсаның юлында осрап бер генә һүҙ әйтте үҙе: «Ҡапҡамды онот!»
Онот тиеүҙән генә онотоп булһасы! Юҡ, онотманы ла, яратыуҙан да туҡтаманы ир, ваҡыт уҙыу менән, матур ҡатын ҡиәфәтенә инә барған йәшлек йәренә көндән-көн нығыраҡ ымһынды. Тап шул һөйөүе йәшәтте Ғайсаны, ҡулына балта тоттороп өй буратты, ер һөрҙөрөп иген сәстерҙе, ат туғарып, ат ектерҙе. Күңеле түрендәге һуңғы өмөтө үҙенең тере икәнлеген белдереп, йыш-йыш баш ҡалҡытты. Тормош мәғәнәһе, донъя йәме, шул уҡ ваҡытта йөрәгенең иң тәрән, уңалмаҫ яраһы ла, йән ғазабы ла ине Сәлимә.
Ауыл кешеләре ни, барыһы бер һуҡмаҡтан йөрөп, бер шишмәнең һыуын эскәс, ара-тирә тап булышты был икәү, тик һәр осрашыу баш ҡағып иҫәнләшеүҙән һәм ҡараштарҙы ситкә алып үтеүҙән уҙманы .
Ә берҙән-бер көндө ауыл өҫтөнә Ғайсаны аҡылдан яҙҙырыр хәбәр таралды: “Сәлимәне һоратҡандар!”Һоратҡандар?! Кемгә бит әле! Салихҡа?!
Һөйгәненең тормошҡа сығасағын белгәс, донъяһы тамам түңкәрелде ирҙең. Һуңғы өмөтө лә, уны ташлап, йәһәннәмгә китеп олаҡты...
Сәлимә иһә сер бирмәне, уңғандар рәтендә булып, тырышып-серәшеп тормош көттө. Шалҡандай ике ул тапты, колхоз эшендә лә алдынғылыҡты бирмәне. Ҡатын-ҡыҙ бәхетенә генә һаран булды уның яҙмышы - хәмер шауҡымынан айный алмаған ире вафат булғас, ул ике балаһын ҡосоп йәшләй генә тол ҡалды.
Ғайсаның теге ҡайтмаҫ ергә китеп олаҡҡан өмөтө йәнә үҙенә әйләнеп ҡайтты. Ул колхоз ҡушыуы буйынса тракторға ултырып яңғыҙ ҡатындың ерен дә һөрҙө, утын-бесәнен дә килтерҙе, шул ыңғайҙа ҡулына сүкеш-балтаһын тотоп, Сәлимәнең кәртә-ҡураһын да рәтләп ҡуйғыланы.
Эштәрен ослаған бер кистә теге һуңғы өмөтө унан тағы таныш ишекте шаҡытты. Тик ул асылманы. Оҙаҡ тапанды Ғайса таныш тупһа төбөндә, таңға ҡарай, күңелендә быҫҡыған өмөт ҡуҙын һүндереп, хыялында йөрөткән бәхетен киләсәккә кисектереп, ул йәнә үҙ яҙмышына буйһондо…
...Әле иһә уйҙарына бирелеп, балалары ҡайтып ингәнен дә һиҙмәй ҡалған даһа! Улары ла был юлы ни хикмәт, артыҡ тауышһыҙ ғына килеп инделәрме шул? Башҡа саҡта бер өйҙө биш итеп, ларылдашып, машиналарынан тоҡсай-тоҡсай әйбер ташыйҙар, кемуҙарҙан хәбәр һаталар, һәр ҡайһыһы бер үк төрлө һорауҙарын бишәр ҡабатлап, аталарының башын әйләндереп туҡтайҙар ине. Әле иһә алып ҡайтҡан күстәнәстәре лә күҙгә элерлек түгел, бығаса өҫтәлде түр яҡҡа сығарып табын ҡорҙолар, әле иһә оло ҡыҙы сәйҙе алғы яҡта әҙерләп маташа. Кейәүҙәре лә башҡа саҡта ишек алдына һибелеп, ҡар көрәйҙәр, мунса яғалар ине, әле тиһәң, ауыҙҙарына һыу йомғандай, ҡайныларына тексәйеп шымғандар.
Был көсөргәнеште табын артына ултырғас, әлеге баяғы шул оло ҡыҙы боҙҙо:
- Атай, - тине ул, - беҙ һине үҙебеҙгә алып китергә ҡайттыҡ. Яйлап йыйынырһың инде…
Уның хәбәренә башҡалары ла ҡушылып, һәр ҡайһыһы аталарына әйтер һүҙен еткереп ҡалырға ашыҡты.
- Өйҙө һатырға тура килер, - тине уртансы ҡыҙы. - Ныҡ иҫкермәҫ борон. Тороусы кеше булмай бит инде хәҙер барыбер…
Ҡапҡан икмәге тамағына тығылып Ғайса сәсәп китте. Ауыҙына бүтәнсә ризыҡ алманы. Балаларынан йыйыныр өсөн өс көн ваҡыт һораған булды үҙе. Ярай, атай, тиештеләр улары, яйлап тауыҡтарыңды һуя тор, бесәйеңде берәйһенә урынлаштыр, уға ҡалала урын булмаҫ ул. Иҫке-моҫҡо кейемдәрең дә бында ҡалыр, ҡалаға барғас, үҙебеҙ өр-яңыларын алып бирербеҙ, ҡайным, - тип кесе кейәүе лә һүҙгә ҡушылды.
Бер-бер артлы машиналарына тейәлешеп ҡуҙғалған балалары күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо ҡарт ҡапҡа төбөндә, башында буталған уйҙарының осон таба алмай йонсоно.
Өйөнә ингәс, киҫелгән ағастай карауатына ауҙы. Иҫен йыя алмай байтаҡ ятҡас, эргәһенә килеп һырмаланған бесәйенә өндәште:
- Тегеләр насар уй менән ҡайтҡандар бит әле, Мыраубай. – Үҙенең әйткәндәренән күңеле тулышып китте. - Оя туҙҙырырға ҡайтҡандар…
Йыйынырға бирелгән өс көндөң ике көнө тиҙ генә үтеп китте. Өсөнсө көн тыуыу менән ҡыҙҙарының әле береһе, әле икенсеһе шылтыратып йонсотто.
- Иртәгә ҡайтып алабыҙ һине, атай. Тауыҡтарыңды һуйып өлгөрмәгән булһаң, хафаланма, үҙебеҙ ҡайтҡас күмәкләп эш итербеҙ…
Уларҙы һүҙһеҙ генә тыңлап бөткәс, ҡарт эштең ысынлап та бик төпкә китеп барыуын аңланы. Әйткәндәренән барыбер кире ҡайтасаҡтары юҡ, тип уйланы ла, бысағын тотоп һарайына сыҡты. Аҙбар ҡапҡаһын бер асты, бер япты үҙе, унан тауыҡтар бүлмәһенә инеп оҙаҡ ҡына шуларға текләп торҙо. Нисек ҡулы барып ошоларҙы салып ырғытһын ул? Бер йыл буйы шуларға йыуанып йәшәне, эсендәге бөтә серен әлеге бесәйе менән биш тауығына һөйләне, илағанда иланы, көлгәндә көлдө, шулар менән яңғыҙлығын уртаҡланы. Ҡулында тотоп торған бысағын йән көсө менән лапаҫ бүрәнәһенә ҡаҙағас, ниҙер һиҙгәндәй, хужаларының күҙенә текләп шымып ҡалған ҡоштары алдына бер сеүәтә ҡар ултыртып, бойҙай һипте лә, аяғына килеп һырмаланып, үҙен юхалап йөрөгән Мыраубайын эйәртеп өйөнә табан атланы.
Башына төшкән хәсрәтен көсәйтеп бер туҡтауһыҙ зыңлаған телефонын һүндереп түшәге аҫтына тыҡҡас, балалары киткән көндө төйнәй башлаған төйөнсөктәрен күҙ күрмәҫ ергә быраҡтырғандан һуң бер нөктәгә ҡарап байтаҡ ҡына иҫәңгерәп ултырҙы әле ҡарт, шунан ҡапыл етди бер ҡарарға килде.
Төйөнсөктөң береһен йәһәтләп һөйрәп сығарып, унан рәтле тип һанаған кейемдәрен алып кейгәс, битен баҫҡан һаҡал-мыйығын ҡырырға кереште, үҙе урам яҡҡа ҡараған тәҙрәһенән күҙен алмай тышты күҙәтте. Күңелен бығаса таныш булмаған ҡурҡыу биләп алды, әйтерһең дә, бына хәҙер ҡапҡа төбөнә машина килеп туҡтай ҙа, уның аяҡ-ҡулдарын бәйләп алып сығып китәләр һәм шул китеүҙән ул башҡа бер ҡасан да был ауылды ла, ошо өйөн дә күрмәйәсәк…
Ишек төбөндә быуындары ҡалтыраған аяҡтарына сүсинкеләрен тура килтерә алмай байтаҡ аҙапланды, бармаҡтары тыңлашмаған ҡулдары менән кейеменең төймәләрен эләктерә алмай йонсоно әле ул. Ҡаушауынан нисек итһә итеп ашыҡ-бошоҡ кейенеп тышҡа сыҡты ла, солан ситендә һөйәүле торған таяғын һәрмәп табып, шәп-шәп атлап ҡапҡанан сығып та китте.
Ауыл урамынан үткән саҡта ул һәр өйҙөң тәҙрәһенә тексәйҙе, ҡаршыһына осраған ауылдаштарының ғына түгел, хатта үҙенә абалап килеп сыҡҡан эттәрҙең ҡарашынан да миһырбанлыҡ эҙләне. Уның эсен өтөп алып барған һағышын, башына төшкән ауыр хәсрәтен кем менәндер бүлешкеһе килде. Уйҙарынан уйылып барып төртөлдө ул Сәлимәнең семәрле ҡапҡаһына. Ҡарт ғүмере буйы кисектереп килгән бәхетенә табан ышанысһыҙ ғына аҙымын атланы ла, күтәрмә аша ишек тотҡаһына үрелде…
Автор - Лена ХӘЙРУЛЛИНА.