Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Май 2023, 11:23

Изге эш эшләнеләр

Яҙ көнө беҙҙән йыраҡ түгел ҡойо ишелеп төштө... Ауыл уртаһында матур ғына итеп кәртәләнеп алынған ҡойо ҡотһоҙланып ҡына ҡалманы, ә бала-саға өсөн ҙур хәүеф сығанағына ла әүерелде.  Ҡойоно төҙөкләндерер өсөн ҡул көсө генә етмәй ине. Шуға беҙ Күгәрсен ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Ейәнсура районың үҙәге Иҫәнғолда шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән, йомарт, изге күңелле, ауылдаштарына ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер булыусы  Хәлитов Риф Рәшит улына мөрәжәғәт иттек.

Изге эш эшләнеләрИзге эш эшләнеләр
Изге эш эшләнеләр

Иң оло саҙаҡаларҙың береһе – һыу икәнен беләһеҙме? Ә бит ҡойо ҡаҙып ҡалдырған кешегә сауаптары үҙе үлгәс тә килеп торасаҡ!

 Яҙ көнө беҙҙән йыраҡ түгел ҡойо ишелеп төштө... Ауыл уртаһында матур ғына итеп кәртәләнеп алынған ҡойо ҡотһоҙланып ҡына ҡалманы, ә бала-саға өсөн ҙур хәүеф сығанағына ла әүерелде.

 Ҡойоно төҙөкләндерер өсөн ҡул көсө генә етмәй ине. Шуға беҙ Күгәрсен ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Ейәнсура районың үҙәге Иҫәнғолда шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән, йомарт, изге күңелле, ауылдаштарына ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер булыусы  Хәлитов Риф Рәшит улына мөрәжәғәт иттек. Тыуған ауылына бер һүҙһеҙ ярҙам итергә әҙер торған егет был юлы ла үҙенең егеттәре һәм техникаһы менән килеп тә етте. Риф Рәшит улының кәләше Зилә Рәхимйән ҡыҙы ла тормош иптәшенән ярҙамсыл, ихлас булыуы менән һис кенә лә ҡалышмай.

 Бына шулай итеп, бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә ауыл уртаһындағы ҡойо төҙөкләндерелде. Ошо изге эште башҡарып сығырға ҙур ярҙам күрһәткән Хәлитовтар ғаиләһенә Аллаһы Тәғәләнең рәхмәттәре яуһын. Тиңе менән тигеҙлектә, балаларының, ейәндәренең шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп кенә йәшәһендәр. Ә ошо изге эшкә үҙ өлөштәрен индергән һәр кешегә изгелек ҡапҡалары асылһын, имандары нығынһын, бәрәкәт килһен. Афарин, күгәрсендәр!

Әлисә МАННАНОВА.

Күгәрсен ауылы.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас