Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
16 Май 2023, 09:44

Хөрмәткә лайыҡ уҡытыусы

Ошо көндәрҙә педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Рҽспубликаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Аҫылбаҽва Наилә Мөхәмәт ҡыҙы 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Юбилейы уңайынан Наилә Мөхәмәт ҡыҙын район мәғариф бүлеге етәксеһе Рәсүл Радик улы Әхмәтйәнов һәм профсоюз ойошмаһы етәксеһе Шамил Дамир улы Хәсәнов ҡотланылар һәм юбилярға изге теләктәрен еткерҙеләр.

Хөрмәткә лайыҡ уҡытыусыХөрмәткә лайыҡ уҡытыусы
Хөрмәткә лайыҡ уҡытыусы

Наилә Мөхәмәт ҡыҙы 30 йылдан ашыу ғүмерен Тәүәкән мәктәбендә балаларға белем биреүгә бағышлай. 2001 йылда уны Тәүәкән мәктәбенең директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Был яуаплы вазифаны ул хаҡлы ялға сыҡҡансы 10 йыл дауамында башҡара. Белем усағын етәкләгән саҡта мәктәпкә реконструкция эшләтә, 9 йыллыҡ мәктәпте урта белем биреү учреждениеһына әйләндерә, яңы уҡытыусыларҙы йәлеп итә, кластарҙың һанын арттыра. Үҫеп килеүсе йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәне өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеме бирелә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп Рәхмәт хаттары, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас