

Теләүембәт урта мәктәбендә мәғариф ветерандары менән осрашыу үтте. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагтарын күтәреү хоҡуғы хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙға бирелде. Осрашыу барышында ветеран уҡытыусылар уҡыусыларҙың һорауҙарына яуаптар бирҙеләр, мәктәптә эшләгән осорҙағы иҫтәлектәре менән бүлештеләр. "Уҡытыусылар аллеяһына" ағастар ултыртылды. Оҙаҡ йылдар бергә эшләгән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы араларҙан иртә киткән, коллегаларын йылы һүҙҙәр менән иҫкә алдылар.
Осрашыу байрам концерты менән тамамланды.
Алдағы көндәрҙә лә ошондай матур осрашыуҙар булып торһон!