+28 °С
Болотло
Хоҙайбирҙин мәктәбендә Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған "Һәр уҡытыусы хөрмәткә лайыҡ" исемле әҙәби кисә булды.
Сарала бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлап, хаҡлы ялға сыҡҡан мөғәллимдәр ҙә ҡатнашты. Улар мәктәп йылдары хәтирәләре менән уртаҡлашты, уҡыусы саҡтарын иҫкә төшөрөп, уйындар уйнаны, ярышты.
Остаздар йәштәргә матур кәңәштәрен дә бирҙеләр.