Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
12 Май 2023, 10:05

“Сирень сәскәләрен бүләк итәм, саф күңелдән ҡабул итегеҙ...”

 Сирень сәскәләрен күрһәм, һәр ваҡыт күршебеҙҙә генә йәшәгән Әминә инәй иҫкә төшә. Балаҫ һуғыу оҫтаһы ине ул. Бабайы – һуғыш ветераны Миңлебай бабай һалып ҡалдырған йортта ҡыҙы, ейәне һәм ейәнсәре менән йәшәне. Бик күп яҡты хәтирәләрем тап Әминә  инәй менән бәйле! Әммә бөгөн һүҙем уның хаҡында түгел, ә сирень сәскәһенең шифалы яҡтары тураһында... Дуҫтар, сирень сәскәһенең ниндәй ҙур дауаларға эйә булыуы хаҡында белмәһәгеҙ, сайтта уҡығыҙ.

“Сирень сәскәләрен бүләк итәм, саф күңелдән ҡабул итегеҙ...”“Сирень сәскәләрен бүләк итәм, саф күңелдән ҡабул итегеҙ...”
“Сирень сәскәләрен бүләк итәм, саф күңелдән ҡабул итегеҙ...”

Был дауаларҙы ҡулланыр алдынан, әлбиттә, табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ!!!

 Ҡан тамырҙары киңәйгәндә (варикоздан)...

 

 Веналарҙың варикоз киңәйеүенән ҡотҡарыусы средство әҙерләү өсөн сирень генә түгел, тағы бер нисә үҫемлек кәрәк буласаҡ.

Ингредиенттар: - сирень, акация, лилиә сәскәләре - 200:100:200 г;  1 л араҡы.

 Әҙерләү: 1. 200 г сирень сәскәһенә 1 л араҡы ҡойорға.

 Уны 10 көн дауамында ҡараңғы, һалҡынса урында тоторға.

  1. Ун беренсе көнөнә сирень төнәтмәһенә 100 г аҡ лилиә сәскәләре өҫтәргә. Тағы 10 көнгә ҡараңғы урынғаҡуйырға. 3. Ошо ваҡыт үткәс, акация сәскәләрен өҫтәргә кәрәк. Бер аҙнанан ошо төнәтмәне һөҙөп алырға. Варикозды дауалау өсөн средство әҙер. Һыуытҡыста 30 көндән артыҡ һаҡларға ярамай.

 

Пиелонефритты дауалау сараһы

 Ошо төнәтмә бәүел-енес системаһы патологиялары булғанда бик яҡшы ярҙам күрһәтә. Улдауалау һәм иҫкәртеү сараһы булып тора.

 Ингредиенттар: сирендең ваҡланған ҡоро япраҡтары - 2 аш ҡалағы; 250 мл эҫе һыу.

  Япраҡтарҙың өҫтөнә һыу һалып, уны ҡайнар хәлгә еткереү, әммә ҡайнатып сығармау. 2-3 сәғәт дауамында төнәтергә. Һөҙөргә, ашар алдынан көнөнә 3 тапҡыр эсергә. Дозировка - бер ҡабул итеүҙә 2 аш ҡалағы.

Автор фотолары.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас