

Ошо көндәрҙә Юлдыбай ауыл биләмәһендә бик шатлыҡлы ваҡиға булды, хәрби бурысын үтәүсе яугир тыуған яҡтарына ялға ҡайтты. Уны барлыҡ ауылдаштар, Юлдыбай ауыл биләмәһенә ҡараған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, дуҫтары, туғандары матур итеп ҡаршы алдылар.
Ауылдың имамы Рим ағай Ҡоланбаев яугирҙың иҫән-именлегенә доғалар бағышланы, ауыл биләмәһе башлығы Илдар Наил улы Килсенбаев район хакимиәтенән килгән ҡотлау хатын уҡып ишеттергәндән һуң, һалдаттың ата-әсәһе, тормош иптәше һүҙ алды. Тулҡынландырғыс та, шатлыҡлы ла был сара концерт номерҙары менән аралашып барҙы.
Сараның һуңында Илдар Наил улы ихлас теләктәрен еткереп, һалдатҡа Башҡортостаныбыҙ флагын тапшырҙы. "Был флаг бөгөнгө көндө, тыуған яғың йылыһын һаҡлап торһон, еңеү менән ҡайтып, бергәләп Мораҙым ҡаяларына үрләп, ошо флагты ҡаҙарға булһын",- тине ул. Аминь! Шулай ғына булһын!