

1930 йылдың йәмле йәйендә яҡты донъяға килгән ул. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда колхозда ураҡ эшенән, ырҙындан, оло апайҙары һәм әсәһе менән бер рәттән ҡышҡы оҙон төндәрен фронттағылар өсөн бейәләй-ойоҡбаш бәйләүҙән дә ситтә ҡалмай үҫмер ҡыҙ. Уҡырға әүәҫ булһа ла, дүрт кластан һуң уҡыуын дауам иттерергә мөмкинлеге булмай.
- Мир күргәнде күрҙек барыбыҙ ҙа. Этҡолағы, бәпкә үләне, серек картуфы ла ҡалманы... Хәҙер аптырап иҫкә алам – һуғыш бөткән йылдарҙа беҙ 15-16 йәшлек ҡыҙҙар Имәнйорт ауылы яғында ағас ҡырҡабыҙ, өҫтә фуфайка, ә аяҡта сабата... Аяҡтар өшөгәнен хәтерләмәйем, Аллаһы Тәғәлә үҙе йылы биргәндер, күрәһең... Әсәйем Нәзифә Буранбай ҡыҙы илле йәше тулмаҫ борон яман сирҙән үлеп китте. Атайыбыҙ икенсегә кәләш алып, йәнә лә өс туғаныбыҙ тыуҙы, улар менән үҙ-ара татыу булдыҡ. Яуҙағы батырлыҡтары өсөн күп миҙал, ордендар менән бүләкләнгән атайыбыҙ Ғәлимйән Аллаяр улы беҙҙең өсөн һәр яҡлап өлгө, ныҡлы терәк булды. Һуғыш осорондағы аслыҡты башҡаса күрһәтмәҫ өсөн күп тир түкте, – тип иҫендә ҡалғандары менән бүлеште инәй.
Ауыр эштә бил бирмәҫ һылыу егерме йәшендә ауылдашы – Мөхәммәтшәриф Сибәғәт улы менән яҙмышын бәйләй. Ете балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы ла бәләкәстән эшһөйәр итеп үҫтерә улар.
Тормош юлдашын баҡыйлыҡҡа оҙатҡас, Сәмиғә инәйҙең яҡында йәшәгән ҡыҙ - улдары үҙенә ныҡлы терәк булып тора. Әсәһе менән бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер итеүсе алсаҡ йөҙлө, ҡунаҡсыл Рәмилә апай ихата тултырып ваҡ мал, ҡош-ҡорт аҫрай. Мораҡ ауылында йәшәүсе, телеңде йоторлоҡ бәлештәр бешерергә маһир Фәзиләһе һәм “әсәй” тип йән атып тороусы Фәниәһе (Юлдыбай) даими рәүештә ғәзиз әсәләренең хәлен белешеп, Бикбулат ауылы яғына эҙен һүрелтмәйҙәр. Иң өлкән ҡыҙҙары Нажиә Татарстанда ғүмер итә. Өс улдан бер үҙе иҫән булған, тормош сәмен, йәмен белеп йәшәргә һәләтле Мортаза ағай ҙа оҙаҡ йылдар Саллы ҡалаһында механизатор булып эшләп, аҙаҡ тыуып үҫкән ауылына ҡайтып төпләнә. Бөгөн ул әсәһенә лә, туғандарына ла ныҡлы терәк.
Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәләренең ихтирам-хөрмәтенә төрөнөп йәшәүсе аҡ яулыҡлы Сәмиғә инәйҙең бар теләге: “Һәр кемгә шундай тыныс, бәхетле ҡартлыҡ, ә илебеҙгә именлек насип булһын!”