Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған байрам саралары Тәүәкән ауылында кисә башланды. Олоһо ла, кесеһе лә иртәнсәктән байрамса кейенеп клубҡа ашыҡты. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ауыл һәүәҫкәрҙәре, мәктәп уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән концерт ысын мәғәнәһендә илһөйәрлек менән һуғарылған. Тыуған ил, Ватан, Тыныслыҡ, Еңеү тураһындағы йырҙарҙы, шиғырҙарҙы тыңлап, күҙҙәренә йәш алмаған кеше ҡалмағандыр. Нисә йылдар үтһә лә, халыҡ күңелендә һыҙланыу ҡатыш рәхмәт тойғолары һаҡлана. Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай. Оноторға хаҡыбыҙ ҙа юҡ.
Йылдан-йыл һирәгәйгән ветерандар сафын бөгөн һуғыш балалары тулыландыра. Быуындан-быуынға тапшырыла килгән Еңеү Даны - мәңгелек!