

Район үҙәгенең предприятие, учреждение, ойошмалары тәҡдим иткән парад һәр ваҡыттағыса байрамдың иң сағыу күренеше булды һәм һуғыштың иң киҫкен, хәл иткес мәлдәрен күҙ алдына баҫтырҙы.
Сығарылыш кисәһен өҙгән һуғыш сығыу тураһындағы хәбәр, ирҙәрҙе фронтҡа оҙатыу, Брест крепосы, Сталинградты обороналау, Ворошилов уҡсылары, Мәскәүҙе обороналау, Ленинград блокадаһы, фашист концлагерҙары , Курск һуғышы, ялан кухняһы, Рейхстагты алыу, Бөйөк Еңеү, яугирҙарҙы ҡаршылау... Ысынлап та, бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай.