

Бөйөк Ватан һуғышы... Илебеҙ иңенә төшкән был ҡәһәрле көндәрҙе халҡыбыҙ бер ҡасан да онотмай. Бөгөн Мораҡ ауылында Бөйөк Еңеүгә 78 йыл тулыу уңайынан тантаналы сара ойошторолдо.
Тантаналы митингыла район халҡын оло байрам – Бөйөк
Еңеү көнө менән район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин тәбрикләне.
Ниһайәт, барыһы ла оло бер тулҡынланыу менән көткән парад башланды. Иң алда Еңеү байрағын юғары күтәргән байраҡсылар төркөмө килә, уларҙы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларҙың район йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, отставкалағы майор Фәиз Хәлитов етәкләне. Байрам коллоннаһын 84-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу һәм Тәүәкәндәге янғын часы дауам итте. Артабан тигеҙ сафтар менән буласаҡ һалдаттар - Мәләүез күп профилле һөнәрселек колледжының Мораҡ филиалы, Башҡорт гимназияһы, Мораҡ 1-се урта мәктәбе уҡыусылары үтте. Парад менән хәрби комиссар Ришат Ҡадиров етәкселек итте.