

Гөлшат Ишбулдина
Әсе балан емеше
(Булған хәл)
(Дауамы)
Ауыл халҡын зәһәр, күҙ асҡыһыҙ бурандары, ҡаты һыуыҡтары менән тамам йонсотҡан һалҡын ҡыш үтеп тә китте. Ярһып, шашып йәмле яҙҙар килде. Тау баштары ҡалын ҡарҙан әрселеп, унда тәүге сәскә – умырзая һары башын елдә уйната. Гөрләүектәр ағып, Эйек йылғаһын мул һыулы итеп, ярҙарынан таштырып, тирә-йүндәге туғайҙарҙы һыу баҫты.
Фәйзулла менән Марияның да тормошонда күп, ысын мәғәнәһендә аяуһыҙ ҙа, көсөргәнешле лә ваҡиғалар булып уҙҙы. Ҡарап тороуға әҙәм яйлы, бесәйгә лә ҡаты өндәшмәгән, изге күңелле Фәғилә ҡарсыҡ Марияны ҡабул итмәй йонсотто:
-Ҡайҙан алдың, шунда кире илтеп ҡуй, ғәзиз күҙ алмамдай Фәйзулламды, суҡындырып, ҡафыр яһар инде,- тип сеңләп илап та ебәрә. Ҡаты ҡуллы, тура һүҙле, йәше етмештән уҙған булыуына ҡарамаҫтан, уҡ кеүек төҙ, көслө, ҡалын кәүҙәле Сәхиулла ҡарт та ниңәлер бөгөлөп төштө. Кәүҙәгә сүгеп, яурындары төшөп, ҡапыл ғына ҡартайҙы ла ҡуйҙы.
-Ғүмер буйы дуҫ булып йәшәгән Михайло знакум менән дошман яһаның, - тип улына уфтанды, ҡасан ҡарама -намаҙлыҡ өҫтөндә, Аллаһынан үҙҙәрен һәм гонаһ ҡылған Фәйзуллаларын ярлыҡауҙы һорап, доғалар уҡый, йәшереп кенә тамған күҙ йәштәрен һөртөп ала.
Фәйзулла бар түҙемлеген эшкә егеп, уға башҡорт халҡының өс быуат элек урыҫтарға дуҫлыҡ ҡулы һуҙыуын аңлата. Дүрт ырыуҙың аҫыл бейҙәре нисә быуат элек үк илсе булып аҡ батшаға барыуҙарын әйтә.
-Ана, беҙҙең ҡыпсаҡ ырыуы бейе ҡалай аҡыллы булған, урыҫтар менән дуҫ йәшәргә кәрәклекте әйткән. Шул арҡала башҡорттар баҫҡынсыларҙан ҡотолған. Әйҙә һуң, улай булғас Сатрашҡа барып, Михайло ҡарт ҡыҙын башҡорт йолаһы буйынса һоратып, туй яһайыҡ,- тип тә ҡараны атаһына.
Ә атаһы һаман үҙенекен һөйләй:
-Боронғо аҡһаҡалдар илен, халҡын ҡурсалаған, ә һин Михайло знакумдың ҡыҙын урлағанһың,- тип улын ғәйепләй.
Шуныһы ғәжәпкә һала: Марияны ата-әсәләре лә, туғандары ла эҙләмәне. Михайло ҡарт ҡына Сатраш яғына йомошҡа барған ауылдашы Сәйфулла артынан: “ Минең Мария тигән ҡыҙым юҡ, мин уны ҡәһәрләнем һәм йөрәгемдән йолҡоп ташланым, ә Сәхиуллаға ҡулымды ла, сәләмемде лә бирмәйәсәкмен,”- тип әйтеп ебәргән.
Мария, ошо хәбәрҙе ишеткәс, ике-өс көн ашарға ла сыҡманы, төндәрен керпек тә ҡаҡманы, сибәр йөҙө һурығып, ағарып ҡалды, тик төпһөҙ зәңгәр күҙҙәр, дауыл алдынан һараһыу төҫ алған диңгеҙ һыуындай булып, тағы ла ҙурыраҡ булып китте. Фәйзулла уны йәлләй, шул уҡ ваҡытта ҡайтып китеп ҡуймаһын, тип ҡурҡа.
Өскөн үткәс, Мария Фәйзулланың яурынына башын һалып, бер аҙ ҡалтыранған, төшөнкө, әммә ҡәтғи тауыш менән:
-Йәнем, мин Ислам динен, һин һөйләшкән телде ҡабул итәм, исемемде лә үҙгәртәм,- тип һулҡылдап илап ебәрҙе. -
Эй, яҙмыш! Ниңә һин шул тиклем дә минең һөйгәнемә ҡатыһың! Мин бит уны ҡалай булһа, шулай яраттым, дин айырмаһын да, тел айырмаһын да тойманым?!
Ваҡыт – дауа, тиҙәр. Тора-бара һары сәсле, зәңгәр күҙле мәрйә ҡыҙы Мария, оло һөйөүенә тоғро ҡалып, башҡорт ҡатынына әүерелде, телде лә өйрәнде, исемен дә үҙе һайланы, башҡаларға ҡарата рәхимле булғым килә тип, Рәхимә булып китте.
Фәйзулла ошо хәл-ваҡиғаларҙан һуң ата-әсәләрен үҙҙәренә күсереп алып ҡайтты. Фәғилә ҡарсыҡ менән килене дуҫлаштылар, аңлаштылар, әсә менән ҡыҙ кеүек итеп донъя көтөп киттеләр. Рәхимә ислам ҡанундарын теүәл үтәп, тәһәрәттәр алып, Фәғилә ҡарсыҡ менән намаҙҙарын ҡалдырмай, рамаҙан айында ураҙалар тотоп, уңған, сая ҡатынға әйләнде.
Ике йыл самаһы бәхетле лә, мөхәббәтле лә ғүмер уҙып та китте. Рәхимәнең балаға уҙыуы үтә ҙур шатлыҡ булды. Өсөнсө йәйҙең матур иртәһендә донъяға айырыуса йәм өҫтәп, ҡыҙ бала донъяға килде. Рәҡиә тип исем ҡуштылар...
Йылдар уҙа торҙо. Рәҡиәгә лә алты йәш тулды. Фәғилә ҡарсыҡтың иң ҙур шатлығы ул. Ҡәрсәһен етәкләп мунсаға ла бара, уның менән ҡуша ҡунаҡтарға ла йөрөй. Ҡул араһына инә башланы, ваҡ-төйәк йомошто ла үтәй. Тик Хоҙай Тәғәлә, Рәхимә күпме генә ялбарып һораһа ла, бүтән бала бирмәй торасы. Фәйзулла артыҡ иҫе китмәгән булып ҡыланһа ла һөйгәненең малай табып биреүенә ышана. Улым булһа, миңә терәк булыр ине, тип хыялланып та ала.
Йәйҙең эҫе көндәре. Ауыл халҡы бөтәһе лә яланда, бесән әҙерләй. Фәйзулла ла ғәҙәтенсә бик иртә тороп, мал-тыуарын көтөүгә сығарып, иртәнге сәйҙе ашығып эсеп алды ла Рәхимәне тиҙләтте. Сабып һалған бесән кибеп, көйрәй башлағансы күбәләп ҡайтырға иҫәп. Уларға кескәй Рәҡиә лә эйәрмәксе, үҙенән ҙурыраҡ тырма тотоп, йүгереп йөрөй: “Мин дә барам һеҙгә эшләшергә,”- ти.
-Ҡәрсәйең менән ҡал, рәхәтләнеп Эйеккә һыу инергә барырһың,- тип өгөтләп тә ҡаранылар, тыңламаны, арбаға ултыра һалды.Тырма-һәнәктәрҙе алып, сәй ҡайната торғас тышы ҡарайып бөткән күнәккә төрлө ризыҡтар һалып, Рәҡиәне уртаға ултыртып, бесәнлектәренә – Зәйет үҙәгенә килеп тә еттеләр, ҡояш дилбегә ҡәҙәр юл да үтеп өлгөрмәне.
Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра башлауға 15-ләп күбә теҙелеп тә ултыра ине. Барыһы ла, хатта Рәҡиә лә тырыша – атаһы күтәреп алып киткән бесән урынын тиҙ генә тырмата һала. Һоҡланып туя алмай ата-әсә ҡыҙҙарына, маҡтап та ебәрәләр. Ә уныһы уның һайын тырыша.
Кистән үк бешереп ҡуйған ит һәм туҡмас ашын йылытып, мәтрүшкә һалып сәй ҡайнатып, тәмләп тамаҡ ялғауға атаһы алдына башын терәп йоҡлап та китте, арыған.
Рәхимә тилбер хәрәкәттәр менән сәй урынын йыйыштырҙы ла:
-Ярай, һин, Фәйзулла, ятып ял итеп ал, ә мин әҙерәк мәтрүшкә йыйып алайым, анау балан ҡыуаҡтарын да ҡарап киләм, бәлки көҙгә баланы булыр,- тип, елпелдәтә баҫып ҡыуаҡлыҡтар яғына атлап китте. Фәйзулла ла бер аҙ ята биргәс, тороп, йөрөп килергә, тау һырттарына күтәрелеп, кәртәлек ағас ҡарап килмәксе булды. Баланлыҡҡа етәрәк шып туҡтап ҡалды, шаҡ ҡатты. Фәйзуллаға арты менән торған Рәхимә алһыулана башлаған балан тәлгәшен күкрәгенә ҡыҫҡан да туған телендә илай-илай тәңреһенән ярлыҡау һорай:
-Йә, Раббым, кисерә күр мине, гонаһлы балаңды. Атай-әсәкәйем, зинһар, кисерегеҙ мине! Мин бит һеҙҙең бер бөртөк ҡыҙығыҙ! Яраттым шул мосолман егетен. Ни хәл итәйем! Унһыҙ йәшәү юҡ миңә! Йә, Хоҙай, ярлыҡа мине!
Фәйзулла ҡатынын йәлләүҙән, күҙҙәренә йәш тулыуҙан ни эшләргә лә белмәй, ауыҙын асырға ла ҡурҡып, ҡатып ҡалды.
Йә, Хоҙай хикмәте, әле генә ҡыҙҙырған ҡояш ҡайһы арала килеп сыҡҡан ҡуйы ҡара болот араһына инеп йәшенде, ҡапыл донъя ҡараңғыланып китте. Күҙҙе сағылдырып йәшен йәшнәне, ағастарҙың баштарын ергә тейерлек эйеп, көслө ел сыҡты. Ҡойоп ямғыр яуа башланы. Фәйзулла ҡатынына һиҙҙермәй генә кире, төшкә туҡтаған имәнгә ҡарай йүгерҙе.
-Йә, Хоҙай! Унда бит минең ғәзиз балам!
Килеп етеү менән ҡошсоғон ҡулына алып, йөҙйәшәр имән ышығын баҫты. Башында бер уй: Марияның тәңреһе бисара балаһының түгелеп илап, ярлыҡау һорауын ишеткән дә йөрәк яраһын йыуа, таҙалай.
Ямғыр нисек тиҙ башланһа, шулай уҡ тымып та ҡуйҙы, балҡып ҡояш йылмайҙы. Эҫегә интеккән барлыҡ тереклек сафлыҡ тойоп, рәхәтләнеп ҡалды. Ҡыуаҡлыҡтан ямғырҙа һыуланып тәненә һылашҡан күлдәген тартҡылап, аҫҡа ҡарап, ҡыҙарған күҙен йәшерергә теләп, Рәхимә килеп сыҡты. Фәйзулла уның сибәрлегенә һоҡланып:
-Йә, Раббым, Хоҙай Тәғәләм, кисерә күр мине ошо ҡәҙәр саф, гонаһһыҙ ҡатынды шундай ғазаптарға һалғаным өсөн,- тип, ҡулын үргә күтәреп, Аллаһынан ярҙам һораны.
Рәхимә-Марияның ҡулында әсе балан емеше,
диңгеҙ һыуындай зәңгәр күҙҙәре ҡайнар күҙ йәштәре, ә йөрәге оло, саф һөйөү менән тулы ине.
*Геройҙарҙың исемдәре үҙгәртеп алынды.