+28 °С
Болотло


Бөйөк Еңеү көнөнә арналған сараларға һәм “Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыу” акцияһына “Шишмәкәй” балалар баҡсаһы коллективы ла әүҙем ҡушылды. Бөгөн унда кескәйҙәр тәрбиәселәр менән бергә ветеран ҡарт ҡартай-олатайҙарын иҫкә алды, Еңеү көнөнә, геройҙарыбыҙға арналған йырҙарҙы йырланы.