Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
5 Май 2023, 09:35

Саф һауала йүгереү үҙе бәхет!

 Бөтә район йүгеректәрен – мәктәп уҡыусыларын, учреждение, предприятие, ойошма хеҙмәткәрҙәрен, ауыл биләмәләре вәкилдәрен берләштергән сара ул – еңел атлетика буйынса уҙғарылған эстафета. Бөгөн был сара Мораҡ ауылында уҙҙы. Иртәнге 10 сәғәт 30 минутта Мораҡ 1-се урта мәктәбе алдындағы майҙан йүгеректәр менән тулғайны инде.

Саф һауала йүгереү үҙе бәхет!Саф һауала йүгереү үҙе бәхет!
Саф һауала йүгереү үҙе бәхет!

 Еңел атлетика ярышының төп маҡсаттары йылдағыса ине: халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү.

- Ярыш иң көслөләрҙе асыҡлап ҡына ҡалмаҫ, сәләмәт тормош алып барыуға бер этәргес тә булып торор, тип ышанам, - тине спортсыларҙы сәләмләп район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин.

 әйткәндәй, сарала ҡатнашыусылар ярыш алдынан “Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыу” акцияһына ҡушылды.

 Ярышта ҡатнашыусылар ғәҙәттәгесә З.Биишева һәм Ленин урамдары буйлап йүгерҙе. Сара хаҡындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзиттә уҡырһығыҙ.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас