Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
5 Май 2023, 07:25

Бер минутлыҡ тынлыҡ бар халыҡты берләштерҙе

Бөгөн иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Республикаһы, шул иҫәптән Күгәрсен районы халҡы, бер минутлыҡ тынлыҡ менән Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарын иҫкә алды. Ул Еңеү көнөнә арналған “Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә” тип аталған гражданлыҡ-патриотик сараһы сиктәрендә үтте.  Билдәле булыуынса, 9 майҙа “Үлемһеҙ полк” тантаналы маршын уҙғара алмау менән бәйле, “Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы” хәрәкәтенең Башҡортостандағы төбәк штабы 5 майҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә “Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыу” дөйөм республика ижтимағи-патриотик сараһын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне.

Бер минутлыҡ тынлыҡ бар халыҡты берләштерҙеБер минутлыҡ тынлыҡ бар халыҡты берләштерҙе
Бер минутлыҡ тынлыҡ бар халыҡты берләштерҙе

“Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыу” сараһы районыбыҙҙа иртәнге сәғәт 11-ҙән 12-се 20 минутҡа тиклем, берҙәм тауыш оҙатыуы буйынса уҙғарылды. “Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы” хәрәкәте акцияһының маҡсаттарын һәм бурыстарын уртаҡлашҡан сара ойошмалар һәм учреждениеларҙа, мәктәптәрҙә, ауыл биләмәләрендә уҙҙы.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас