Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
4 Май 2023, 09:30

Ҡоштарҙың да була үҙ баҙары...

“Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы күптәнге экологик конкурсты – “Ҡош баҙары” байрамын уҙғарыу йолаһын тергеҙҙе. Мораҡ ауылының Зәйнәб Биишева исемендәге ял паркында “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркының экологик ағартыу буйынса бүлеге ҡанатлы дуҫтарыбыҙ - ҡоштарға арналған матур байрам ойошторҙо.   Сара тыуған яҡ ҡоштарын һаҡлау проблемаһына иғтибар йәлеп итеү, тәбиғәткә һәм бөтә йәнлектәргә бала саҡтан һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде.

Ҡоштарҙың да була үҙ баҙары...Ҡоштарҙың да була үҙ баҙары...
Ҡоштарҙың да була үҙ баҙары...

 “Ҡош баҙары – 2023” конкурсында 130-ҙан ашыу кеше - бөтә район мәктәптәренән 12 команда, шулай уҡ етәкселәр, жюри һәм ярҙамсылар, ҡунаҡтар, паркта ял итеүселәр ҡатнашты.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас