Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
3 Май 2023, 09:59

Был ниндәй сәскә?

Урманда, урман ситтәрендә, күләгәрәк ерҙәрҙә үҫкән был сәскәне кемдер кәкүк сәскәһе тип йөрөтә, баллыҡас, баллыҡай, тигәндәр ҙә бар. Уның шулай уҡ көйөҙ үләне, биҫтау үләне тигән исемдәре лә билгеле. Апрель-май айҙарында сәскә ата, халыҡ медицинаһында ла киң ҡулланыла. 


Сәскәһе, япрағы һәм һабаҡтары ла шифалы. Унда С витамины күп. 

Биҫтау үләне сәскә атҡан мәлендә йыйыла. Әйткәндәй, уның яңы ғына атҡан сәскәләре алһыу, ә һеркәләндерелгәндәре күк төҫтә була. Күләгәлә һәм ҡоро урында киптерелә, ҡәҙимгесә һаҡлана. Халыҡ дауаһында биҫтау үләне балалар туберкулезынан иң яҡшы сараларҙың береһе һанала.

Был үҫемлек ярҙамында тын алыу юлдарының бронхит, фарингит, ҡурылдай астмаһы, пневмония ауырыуҙарын, бөйөр шеше, геморрой, ҡатын-ҡыҙҙар ағзаларының шешеүенән ҡулланалар, шулай уҡ үләндең төнәтмәһен экзема, псориаз, витилиго, яҫы ҡыҙыл тимрәү, сиҡан сыҡҡанда, тиренең вируслы ауырыуҙары, коллагеноз, васкулит булғанда эсәләр.


Биҫтау эске секреция биҙҙәре эшмәкәрлеген яҡшырта, иммунитетты нығыта, организмдың һаҡланыу үҙенсәлектәрен күтәрә. Үлән ҡан тәнсәләре барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итерлек микроэлементтар тупланмаһына бай.


Автор фотолары.

Был ниндәй сәскә?
Был ниндәй сәскә?
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас