Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
2 Май 2023, 10:55

Һынамыштар

Муйыл сәсәкә атһа, картуф сәсергә мөмкин.

ҺынамыштарҺынамыштар
Һынамыштар

Иртә яҙҙа картуф сәсеүҙе ҡайын япраҡ яра башлап, бер аҙна үткәс – муйыл сәскә атҡан ваҡытта башлайҙар.

*Май һыуыҡ булһа, иген уңыр.

*13 май кис йылы һәм төн елһеҙ аяҙ икән, ҡоро, елле йәйгә.

*14 май һыуыҡ булһа, ураҡ ваҡыты яҡшы була.

*24 май еүеш икән, йәй буйы ямғыр яуа.

*27 майҙа төньяҡтан ел иҫһә, йәй һалҡын була. 

* Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр.

* Май айы һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.

* Ҡайын ағасында бөрө күп булһа, йәй ямғырлы булыр.

* Ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы булыр.

* Ҡуҙғалаҡ күп булһа, киләһе йылдың ҡышы йылы булыр.

* Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.

* Торна бейеһә, һауа йылыныр.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас