+28 °С
Болотло


Ҡотҡарыусылар мәғлүмәттәре буйынса, янғында бер кешенең ғүмере өҙөлгән. 1200 йортто уттан аралап ҡалғандар. Бөтә янғындар ҙа һүндерелгән. Бының өсөн 380-нән ашыу белгес һәм 112 берәмек техника йәлеп ителгән.
Зыян күреүселәргә ярҙам итеү һәм эште координациялау өсөн өлкәгә Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры урынбаҫары Илья Денисов етәкселегендәге оператив төркөм килгән.