

Быйыл РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы, профессор Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 100 йыл тула.
Ошо уңайҙан Өфө дәүләт сәнғәт институтының сығарылыш студенттары Хоҙайбирҙин ауылына бик матур тамаша менән ҡунаҡҡа килделәр. 9 кешенән торған төркөм ауыл клубы сәхнәһендә ике сәғәтлек концерт күрһәтте. Был концерт институтта оҙаҡ йылдар эшләгән, йәштәргә сәхнә хәрәкәте һәм башҡорт бейеүе, донъя бейеү сәнғәте буйынса дәрестәр биргән остаз һәм уҡытыусы Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙинаның тыуыуына 100 йыл тулыу уңыйынан ойошторолдо. Был сараға ауыл халҡы менән бергә Теләүембәт, Тәүәкән, Ҡалдар, Йомағужа ауылдары мәктәптәре уҡыусылары һәм уҡытыусылары саҡырылды.