Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
24 Апрель 2023, 09:41

Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ?

Быйыл Рәсәйҙә оҙайлы май каникулдары булмай.

Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ?Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ?
Май байрамдарында нисек ял итәбеҙ?

2023 йылда Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы дүшәмбегә тура килә. 29, 30 апрель һәм 1 май — ял көндәре.

Һуңынан рәсәйҙәрҙе Еңеү көнө уңайынан 6-9 майҙа дүрт көнлөк каникул көтә. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, 8 май — 2023 йылдың 8 ғинуарынан (йәкшәмбе) күсерелгән ял көнө. Шуға шишәмбе 9 майҙа ғына түгел, ә дүшәмбе 8 майҙа ла ял итергә мөмкин.

Быйыл майҙа бөтәһе 11 ял көнө. Шуларҙың һигеҙе — шәмбе һәм йәкшәмбе, тағы өсәүһе байрам көндәренә тура килә.

Автор:
Читайте нас