Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
20 Апрель 2023, 04:50

Янған үләнде һүндерергә тырышҡан ҡатын вафат булған

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ»ға хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлө районының Көшөл ауылында тәне бешкән 78 йәшлек ҡатын вафат булған.

Янған үләнде һүндерергә тырышҡан ҡатын вафат булғанЯнған үләнде һүндерергә тырышҡан ҡатын вафат булған
Янған үләнде һүндерергә тырышҡан ҡатын вафат булған

«Медицина учреждениеһы менән мәғлүмәттәрҙе сағыштырғанда, 1945 йылғы ҡатындың үлгәне билдәле булды», — тинеләр ведомствола.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хаҡлы ялдағы ҡатындың баҡсаһы янында ҡоро үлән янып киткән. Ялҡынды үҙаллы һүндерергә тырышҡан мәлдә кейеменә ут ҡапҡан. Тәненең 85 проценты бешкән ҡатынды Дүртөйлө дауаханаһына алып киткәндәр.

Урынға килеп еткән янғын һүндереүселәр 15 минутта утты һүндергән. Янғын сәбәптәре асыҡлана. 

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 17 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. 

Автор:
Читайте нас