Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
20 Апрель 2023, 09:45

Урындағы үҙидара көнө

Ауыл биләмәләре хакимиәттәрендә эшләүселәр ауылдарҙа йәшәүселәрҙең һәр береһен яҡындан белә, урындағы проблемаларҙы хәл итеү ҙә улар өҫтөндә.  Эштәргә идара итеүселәр ауыл биләмәләре башлыҡтарының уң ҡулы булып тора. Волостновка ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Рәмил Мирхәт улы Халиҡовтың иңенә лә яуаплы бурыстар йөкмәтелгән.

Урындағы үҙидара көнөУрындағы үҙидара көнө
Урындағы үҙидара көнө

Ул 1989 йылдың ноябрендә Волостновка ауылында Рәмзиә Миңлеғәли ҡыҙы менән Мирхәт Зәйнулла улы Халиҡовтарҙың татыу ғаиләһендә тыуған. Ауылда урта белем алғандан һуң, 2007 йылда Күмертау авиация техникумына уҡырға ингән. “Мәғлүмәтте эшкәртеү һәм идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары (авиация)” специальносы буйынса белгес.  

2011 йылдың март - июль айҙарында Волостновка ауыл биләмәһе хакимиәтендә баш бухгалтер булып эшләй. 2015 йылдың 12 ғинуарынан йәнә ошо вазифаны башҡара. 2015 йылдың 29 сентябренән алып Волостновка ауыл биләмәһе хакимиәтендә эштәргә идара итеүсе булып эшләй.

Ғаиләле. Кәләше Галина менән Алина исемле бер ҡыҙ үҫтерәләр.  

 

 Волостновка  ауыл биләмәһе ярайһы уҡ ҙур ғына,

уға барлығы ете ауыл – Волостновка, Әлимғол, Ҡаҙир, Ҡалдар, Яңы Һапаш, Түләбай, Йәҙгәр ауылдары инә. Йән иҫәп алыу мәғлүмәттәре буйынса, 980 кеше йәшәй.

Рәмил Мирхәт улының эше күп ҡырлы: белешмәләр әҙерләү, консультация биреү, хакимиәттең эшмәкәрлеген тәьмин итеү, норматив документтар проекттарын әҙерләү, депутаттар менән эшмәкәрлек алып барыу, ойоштороу эше тураһында отчеттар яҙыу, граждандар менән даими бәйләнештә булыу, кәрәк саҡта өйҙәр буйлап йөрөп сығыу, янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар ҡуйыу, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, имен булмаған ғаиләләр менән эшләү, биләмәлә хәрби иҫәп алып барыу һ.б.

Йәмәғәт эшенән дә ситтә ҡалмай. Ирекле янғын һүндереү командаһында тора, ауыл биләмәһе һәм район кимәлендә үткән волейбол, еңел атлетика, саңғы шыуыу ярыштарында ҡатнаша.



 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас