Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
19 Апрель 2023, 07:05

Талпанға һәйкәл

Етмәһә саф көмөштән! Уны ҡайҙа һәм кем ҡуйған?

Үҙенсәлекле арт -объекттың авторы - Олег Чегодаев. Уны ҡуйыу өсөн ташты хатта Ирәмәл тауҙарынан алып килгәндәр. 

Халыҡ иһә төрлөсә ҡабул итә: кемдер һоҡлана, кемдер битараф. Ә шулай ҙа ике йыл элек урынлаштырылған көмөш һәйкәл көмөш һынды күрергә теләүселәр күп. Ул Өфөнөң Мостай Кәрим урамының 44-се йорто янында. 

Әйткәндәй, талпандан һаҡланыу саралары тураһында ла онотмағыҙ. Бөтә бөжәктәр көмөш түгел.

 Талпандарҙың  бөгөн10 меңдән ашыу тѳрѳ билдәле. Улар 40-лап ауырыу тѳрѳ таратыусы булып иҫәпләнә. Ҡаты сир энцефалит та шулар иҫәбендә.
Энцефалитлы талпан ҡаҙалған осраҡта дауаланыу мотлаҡ. Талпан энцефалиты сире тиҙ үҫешә - бѳжәк тешләгәндән һуң 1,5 -3 аҙна эсендә кеше ауырып та китә. Вирус мейе, арҡа мейеһе, периферия нервылары эшмәкәрлегенә зыян килтерә, мускулдар тартыша, һиҙеү тойғоһо кәмей, баш ауыртыуы кѳсәйә, уҡшыта, ауырыу иҫен йәки ориентирын юғалтыуы ихтимал. Артабан йѳрәк-ҡан тамырҙары, аш һеңдереү системалары зарарлана, тән температураһы бик юғары була. Ауырыуҙың хәле киҫкенләшкәндә фалиж һуғыуы ла ихтимал.
Талпан энцефалитын иҫкәртеү саралары
Талпан энцефалитын иҫкәртеүҙең иң һәйбәт ысулы - махсус прививка яһатыу. Уны кѳҙ-ҡыш миҙгелендә үк эшләргә кәрәк. Икенсе юл - урман-ҡырҙа ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү: тән тулыһынса ҡапланырлыҡ итеп кейенеү, талпандарҙы ҡурҡытыусы репеллент һибеү, ҡайтҡас, тәнде һәм кейемде ентекле тикшереү.
Йорт хайуандарынан, хатта энцефалитлы талпан ҡаҙалған һыйыр һѳтѳнән дә зарарланырға мѳмкин. Талпан энцефалитын иҫкәртеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү дауалауға ҡарағанда күпкә еңел булыуын оноторға ярамай.
Әгәр талпан ҡаҙалһа?
Кейемдә һәм тәндә табылған талпанды шунда уҡ яндырығыҙ. Тәнгә ҡаҙалған талпанды һаҡлыҡ менән генә алырға кәрәк, юғиһә моронсоғо тороп ҡалыуы йә һытылыуы ихтимал. Талпанды алыу еңел булһын ѳсѳн үҫемлек майы тамыҙығыҙ. Камфара майы йәки кәрәсин тағы ла һәйбәтерәк. Уны пинцет, еп йәки бармаҡтар менән әкрен генә уңға-һулға ҡыйшайтып тартырға кәрәк. Моронсоғо тороп ҡалған осраҡта уны энә менән алығыҙ ҙа урынына йод, ляпс йәки спирт һѳртѳгѳҙ. Алған саҡта һытылып китә икән күҙгә, ауыҙға йәки танауға ҡағыла күрмәгеҙ, тиҙ генә ҡулдарҙы һабын менән йыуығыҙ. Урманда ҡунырға тура килһә, тирә-яҡты ҡыуаҡлыҡ һәм йығылған ағастарҙан таҙартығыҙ, палатка тирәләй 6 метрға тиклем үләнде сабығыҙ.
Беҙ үҙ һаулығыбыҙҙы үҙебеҙ ҡайғыртырға тейешбеҙ. Шуға ла кескәй генә бѳжәккә ҡул һелтәп ҡарарға ярамай. Талпан ҡаҙалған осраҡта мотлаҡ дауаханаға йәки медпунктҡа мѳрәжәғәт итегеҙ.
 
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды. 
Талпанға һәйкәл
Талпанға һәйкәл
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас