Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
19 Апрель 2023, 11:35

Ни сәсһәң - шуны урырһың!

Бала күңеле аҡ ҡағыҙ менән бер, ул шул тиклем саф, аҡтан-аҡ, пактан-пак! Киләсәктә яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа  ынтылһын, изгелеккә хеҙмәт итһен  тиһәң, хәҙерҙән үк баланың аҡ ҡағыҙҙай саф күңеленә изгелек, игелек орлоғон һалыу мөһим.  Беҙ, совет осоронда тыуып үҫкән балалар, ололарға ярҙам итеп, уларҙы хөрмәт итеп үҫтек. Аҙнаның бер көнөндә оло йәштәге инәй-бабайҙарға барып ярҙам итеү беҙҙең өсөн ғәҙәти эш һаналды. “Тимур командаһы” тип аталды  был эш.  

Ни сәсһәң - шуны урырһың!Ни сәсһәң - шуны урырһың!
Ни сәсһәң - шуны урырһың!

Ә бит хәҙер ҙә бар бындай матур йола. Күп мәктәптәрҙә, мәҫәлән, һәр кластың үҙенең тәғәйен ветераны бар. Был бик ҡыуаныслы күренеш. Бөгөн Мораҡ башҡорт гимназияһының 2-се “б” класы уҡыусылары үҙҙәренең класс етәксеһе Ф.Ф.Рәхмәтуллина менән бергәләп хеҙмәт ветераны Хәсәнова Әлфиә Ғиниәт ҡыҙына барып ярҙам иткән. Уларға “Афарин!” тиергә генә ҡала.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас