

Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, һәр яҡлап сыныҡҡан заттан ул. Диндарлыҡ, йәшәүгә сәм уға ғүмер баҡый биш ҡат намаҙын һис ҡалдырмаған изгелекле әсәһенән бирелгән. Бала саҡтан ятланған сүрәләрен гел хәтерендә тотоп күңел түрендә йөрөткән танышым мәсеткә бер ваҡытта ла эҙен һыуытмаған һәм һыуытмай.
- Иртәң доғалы башланһа, көнөң мәнфәғәтле һәм ҡояшлы үтер тигән ышаныу һәр эшемде еңелләштерҙе минең, - ти ул.
Уның тынғыһыҙ йән, эшкә бөтмөр икәне күптәргә билдәле. Ун йылдан ашыу “ПМК-153” төҙөлөш бригадаһында ташсы, оҙаҡ йылдар Мораҡ үҙәк район дауаханаһында ашнаҡсы, артабан пекарняла технолог һөнәрен намыҫ менән башҡара. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, сәнғәт мәктәбендә вахтала эшләй. Бер ваҡытта ла иртәнге намаҙын ҡалдырмай. Бер-бер артлы ҡайғы елдәре ишеген ҡаҡҡан мәлдә лә - әрменән ҡайтҡан һөйөклө улы фажиғәле рәүештә һәләк булғас, шул уҡ йылды тормош юлдашы, бейеме мәңгелеккә күскәс, нығыраҡ Аллаһы Тәғәләгә һыйына. Аҡ доғаларҙа һәм тынғыһыҙ эштә дауа табып, йөрәк әрнеүҙәрен баҫа. Ҡыҙы Лилиә, ейәнсәре Камелия өсөн йән атып, Хоҙай биргән ғүмергә шөкөр итеп лайыҡлы тормош юлын үтә ул.
Хәҙер инде етмештең теҙенә баҫып килһә лә, икмәген дә үҙе һала, бәйләмен дә ташламай, ә өйөнөң түр башынан урын алған Ҡөрьәне йөрәгенә йылы бирә, йортона яҡтылыҡ һирпә...