+28 °С
Болотло


Башҡортостанда алдағы өс көн ямғырлы һәм елле була. Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, шаршамбы, 19 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ урыны менән киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ +11, +16 градус.
Кесаҙна һәм йома, 20 һәм 21 апрелдә, шулай уҡ урыны менән бер аҙ ямғыр фаразлана. Ел көнсығыштан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Температура төндә -2, +3, көндөҙ +11, +16 градус.