Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
17 Апрель 2023, 09:45

Үәт, исмаһам, шәп бүләк!

Бикбулат ауылында тыуып-үҫеп, оҙаҡ йылдар Ташкент ҡалаһында йәшәгән һәм әлеге көндә тормош иптәше менән уның тыуған яғы – Татарстандың Байҙар Сабаһы районында ғүмер кисергән Рәхимә апай Вәлиуллина бер ҡасан да тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй.  Башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индергән (ул Татарстанда башҡорт телендә радиотапшырыуҙар алып бара, бер нисә китап авторы) милли рухлы Рәхимә апай ошо көндәрҙә дүрт кешегә – Бикбулат, Яңауыл, Юлдыбай ауылдарында йәшәүсе апаларына “Мораҙым” гәзитенә подписка бүләк итте.  Ысынлап та, шәп бүләк, эйеме?! Был бүләк ярты йыл буйы аҙна һайын был апай-инәйҙәрҙе ҡыуандырып торасаҡ. Рәхимә апай һымаҡ яҡындарын ҡыуандырыусылар тағы ла булыр тип ышанабыҙ!

Үәт, исмаһам, шәп бүләк!Үәт, исмаһам, шәп бүләк!
Үәт, исмаһам, шәп бүләк!

Бикбулат ауылында тыуып-үҫеп, оҙаҡ йылдар Ташкент ҡалаһында йәшәгән һәм әлеге көндә тормош иптәше менән уның тыуған яғы – Татарстандың Байҙар Сабаһы районында ғүмер кисергән Рәхимә апай Вәлиуллина бер ҡасан да тыуған яғы менән бәйләнеште өҙмәй.

 Башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индергән (ул Татарстанда башҡорт телендә радиотапшырыуҙар алып бара, бер нисә китап авторы) милли рухлы Рәхимә апай ошо көндәрҙә дүрт кешегә – Бикбулат, Яңауыл, Юлдыбай ауылдарында йәшәүсе апаларына “Мораҙым” гәзитенә подписка бүләк итте.

 Ысынлап та, шәп бүләк, эйеме?! Был бүләк ярты йыл буйы аҙна һайын был апай-инәйҙәрҙе ҡыуандырып торасаҡ. Рәхимә апай һымаҡ яҡындарын ҡыуандырыусылар тағы ла булыр тип ышанабыҙ!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас