

1936 йылда донъяға килгән Мәнсүрә инәй. Тиңдәштәре кеүек ул да һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙың барлыҡ михнәттәрен үҙ елкәһендә күтәргән.
Тәүҙә китапханасы, аҙаҡ, йәғни 1978 йылдан алып клуб мөдире булып эшләй. Төп эшенән тыш йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡала алмай: төрлө һайлауҙар, башҡа саралар ваҡытында агитатор, иҫәп алыусы һ.б. була. Бер нисә тапҡыр ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Йәйгеһен гектарлап сөгөлдөр утай.
Хаҡлы ялға сығыр ваҡыты еткәс тә йәнә 3 йыл яратҡан эшенән айырыла алмай әле Мәнсүрә инәй.
Хеҙмәт эйәһе – хөрмәт эйәһе - геройыбыҙҙың тырыш хеҙмәте лайыҡлы баһалана: күп тапҡырҙар мәҙәниәт бүлегенең, район хакимиәтенең, БР Мәҙәниәт министрлығының маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. “Хеҙмәт ветераны” миҙалын да ул районда тәүгеләрҙән булып ала.