

Әйткәндәй, был мәктәптә йыш ҡына сүп-сарҙы айырым йыйыуға, ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәт тураһында экологик саралар, дәрестәр уҙғарыла. Ошо көндәрҙә улар ҡулланылған теш щеткаларын да йыйған.
Сүп-сар булараҡ ырғытылған теш щеткаһы быуаттар буйы тарҡалмай ятырға мөмкин. Был бик ҙур проблема, сөнки уларҙы эшләгәндә төрлө пластиктар (ПВХ, стирол сополимерҙары, полиэтилен) файҙаланыла, улар нефть эшкәртеү, резина продукттары булып тора һәм тәбиғәткә зыян килтермәйенсә тарҡалмай, ә ағыулы берләшмәләр бүлеп сығара.
- Бындай продуктты тулыһынса утилләштереү ауыр, әммә мөмкин. Тәбиғәтте һаҡлау өсөн быны эшләү зарур. Бындай составтар 100 йылға яҡын тарҡала һәм үткән быуаттың 30-сы йылдарында сығарылған тауарҙар әлегә тиклем тирә-яҡ мөхиттә бар. Бөгөн мәктәптә йыйылған иҫке теш щеткалары файҙаланыуға тапшырылды, улар республиканың баш ҡалаһына оҙатыласаҡ, - ти уҡытыусылар.