Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
12 Апрель 2023, 12:05

Ураҙа тотоусыларҙы ауыҙ астырыу - ҙур сауап

Халҡыбыҙ бер ҡасан да диндән айырылмаған. Совет осоронда ла өләсәй-инәйҙәребеҙ ураҙа тотто, ауыҙ астырҙы, башҡа дини йолаларҙы  башҡарҙы. Һуңғы йылдарҙа дини ҡанундарҙы үтәүселәр артҡандан-арта бара. Быны ураҙа тотоусылар миҫалында ла асыҡ күрәбеҙ.  Ураҙа тотоу ҙа, ураҙа тотусыларҙы ауыҙ астырыу, йәғни ифтарға йыйыу ҙа  сауаплы эштәрҙең береһе һанала.        Ошо көндәрҙә Ибраһим ауылы мосолмандары урындағы мәсеткә ифтарға йыйылған.

Ураҙа тотоусыларҙы ауыҙ астырыу - ҙур сауапУраҙа тотоусыларҙы ауыҙ астырыу - ҙур сауап
Ураҙа тотоусыларҙы ауыҙ астырыу - ҙур сауап

Был сараны Абдуллина Люциә апай  ойошторған. Ифтарға ауыл мосолмандары йыйылған. Урындағы мулла -  Самат ағай доғалар уҡыһа, оло йәштәге Гөлсирә инәй вәғәздәр һөйләгән. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар тәмле-тәмле ризыҡтар әҙерләгән.

 Ауыҙ астырыусылар бик изге ғәмәл ҡылалар. Был турала хәҙистәр ҙә бар: «Рамаҙан айында ураҙа тотоусынан ауыҙ астырыусыға Аллаһы Тәғәлә сират күперен үтеүҙе еңеләйтер».
     «Әгәр ҙә кем дә булһа ураҙа тотоусынан ауыҙ астырһа, фәрештәләр Рамаҙан айы буйынса был кешене данларҙар, ә  Ябраил, ғәләйһис-сәләм, Ҡәҙер кисендә уны сәләмләп ҡаршы алыр».

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас