Мораҙым
+22 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
12 Апрель 2023, 07:40

Көндәр һыуыта

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда көндәр һалҡынайта, тип хәбәр итә синоптиктар.

Көндәр һыуытаКөндәр һыуыта
Көндәр һыуыта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 12 апрелдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +12, +17 градус.

Кесаҙна, 13 апрелдә, яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ республиканың көньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, көндөҙ +14, +19 градус.

Йома, 14 апрелдә, Башҡортостандың төньяҡ өлөшөндә яуым-төшөмһөҙ, көньяҡ өлөшөндә — ҡар ҡатыш ямғыр. Урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3, көндөҙ +1, +6 градус.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас