+24 °С
Ямғыр


12 апрелдә Ялсы ауылында "Мәрхәбә" мәсетенең тирә-яғын таҙартыу буйынса ҙур өмә ойошторолдо. "Таҙалыҡ - имандың яртыһы", ти халыҡ. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар территорияны сүп-сарҙан, былтырғы япраҡтарҙан таҙарты, йыйыштырҙы.
Сарала ҡатнашҡандарҙың, изге эшкә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең һәр береһенә Аллаһы Тәғәлә сауабын насип итер!