Күптәр яратып ҡараған был тапшырыуҙың бөгөнгө ҡунаҡтары - Сапыҡ ауылында тыуып үҫкән апалы- һеңлеле Резеда Ҡотлобаева менән Гөлсәсәк Килдейәрова. Ҡайын һыуы, уның шифалары, ҡышҡылыҡҡа һаҡлап ҡалыу ысулдары, ҡайын бөрөһөн, ыуыҙ япраҡтарын йыйыу, ҡара һағыҙ ҡайнатыу һәм шуларға бәйле йолалар тураһында һөйләшеү ысын мәғәнәһендә йәнле барҙы.
- Яҙ килгәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Йыл һайын ҡайын һыуын йыйып, кеүәҫ эшләп тә, туңдырып та һаҡлайбыҙ. Тәбиғәт биргән ниғмәтте белеп файҙаланһаң - үҙе дауа, - тиҙәр улар.