Әлеге сәғәттә Өфөлә Башҡортостандың иң олпат һәм иң абруйлы баҫмаһы "Ағиҙел" журналының йөҙ йыллығына арналған байрам тантанаһы бара. Унда Күгәрсен районынан башҡорт матбуғатының тоғро дуҫтары - Ялсы ауыл хакимиәте башлығы Ирек Юдаев, китапхана хеҙмәткәрҙәре Айгөл Юдаева, Гөлнәзирә Кинйәбаева ҡатнаша.
Әйткәндәй, Ялсы биләмәһе бынан теүәл ун йыл элек "Ағиҙел" журналына яҙылыу буйынса районда эстафета башлап ебәргәйне. Был үҙенсәлекле башланғыс республиканың башҡа төбәктәренә лә таралды. Бөгөнгө көндә был биләмәлә утыҙға яҡын журнал алдыралар.