+24 °С
Ямғыр


Социаль селтәрҙә таралған мәғлүмәттәр буйынса, әлеге мәлдә Аҡтаныш районының Ямалы ауылында йорттар яна.
– Бына, иптәштәр, ауыл тулыһынса яна. Ҡот осҡос хәл. Биш өй янып бөттө, тағы биш-алтыһына ҡурҡыныс янай. Бындағы техника ҡотҡарыр хәлдә түгел, һыу бөттө. Бөтә райондан машиналар килде. Әммә ҡотолғоһоҙ хәлдәр, – тип һөйләй янғын һүндереүсе видеояҙмала.