+24 °С
Ямғыр
Риүәйәттәр буйынса, борон дала яғында биш кеше ҡунаҡҡа тип оло юлға сыҡҡан. Көн эҫтеп торғас, еңелсә генә кейенгән булғандар. Бер заман күҙ асҡыһыҙ буран ҡалҡып китә лә былар юлдан яҙлығып, аҙашып, туңып үлә. Шунан башлап апрель айында биш көн дауам иткән буранды Бишҡунаҡ тип йөрөтәләр.
Башҡорттар ҡырға иҫкесә алағарайҙың бишенән һуң ғына сығалар.