Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
28 Март 2023, 10:47

Ташҡын

Яҙ тулыһынса үҙ хоҡуҡтарына инә, тышта – йылы, ҡар ирей, йылғала боҙ китә. Бөгөнгө төн Күгәрсен ауылы өсөн хәүефле булды – ҙур булмаған Етеболаҡ йылғаһы ауылдың Баҡса урамын, унда урынлашҡан һарай һәм башҡа йорт ҡаралтыларын, баҙ һәм баҡсаларҙы баҫҡан. Йорттарға һыу инмәгән. Һыу 1 метр тирәһенә күтәрелгән. 

ТашҡынТашҡын
Ташҡын

 Ауыл биләмәһе башлығы Айрат Шәрипов әйтеүенсә, юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, фермер Юнир Искәндәровтың техникаһы бөгөн ярҙы нығытыу буйынса эш алып барған, һыу кимәле кәмегән. Кешеләрҙе хәүефле урындан эвакуациялау өсөн урын да әҙерләнгән.     

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас