Мораҙым
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Март 2023, 15:30

Уҡытыусылар династияһы

  45 йылдан ашыу балаларға белем биргән юғары категориялы уҡытыусы, БР Мәғариф алдынғыһы Суфия Низаметдин ҡыҙы Байдәүләтова һаман да үҙ һөнәренә тоғро ҡала: әлеге көндә ул Мораҡ башҡорт гимназияһы филиалы - Әлмәс төп дөйөм белем биреү мәктәбендә балаларға математика фәненән төплө белем бирә.  Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылында ун бала үҫтергән Нәзифә һәм Низаметдин Бикташевтарҙың татыу ғаиләһендә тыуып үҫкән Суфия апай бала саҡтан уҡытыусы булыу тураһында хыяллана. Уның хаҡында сайтта уҡығыҙ.

Уҡытыусылар династияһы
Уҡытыусылар династияһы

Ниәт иткән – моратына еткән, тиҙәр бит. Яңы Себенле ауылындағы мәктәптән һуң тура Бәләбәй педагогия училищеһына юллана ул.

Хеҙмәт юлын тыуған ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Әммә туған мәктәбендә оҙаҡ тотҡарланмай йәш уҡытыусы... Юғары белем алыу ниәте менән Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының математика факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Унда иһә уның тәрән белемгә эйә икәнен күреп йөрөгән уҡытыусылары ошо уҡ уҡыу йортона эшкә күсергә өндәй. Шулай итеп, Суфия Низаметдин ҡыҙы институттың математика кафедраһы уҡытыусыһы булып китә.

 Яҙмыш елдәре уны 1984 йылда беҙҙең райондың Ибрай ауылына алып килә. Ошо ауыл мәктәбендә байтаҡ йылдар алгебра менән геометриянан балаларға төплө белем бирә, белем усағының директоры була.

 Тәжрибәле уҡытыусы тәү ҡарауға үтә ҡыҙыҡ һымаҡ тойолмаған һәм һандарҙан ғына торған, иҫәп-хисапҡа ҡоролған фәнгә ҡарата уҡыусылары күңелендә тәрән һөйөү уята. Уның дәрестәре үҙенең аңлайышлы, тормошсан булыуы менән айырылып тора.

 Суфия Низаметдин ҡыҙы уҡытыусы бер ҡасан да үҫештән туҡталырға, үҙенең фәне менән генә сикләнергә тейеш түгел, тип иҫәпләй һәм ғүмер буйы белемен камиллаштырыуҙан туҡтамай. Төрлө курстарҙа уҡый, математика буйынса “Йыл уҡытыусыһы” конкурстарында, башҡа бәйгеләрҙә ҡатнаша.

 Бар көсөн балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған педагогтың тыршлығы бушҡа китмәй: бихисап уҡыусылары математика буйынса төрлө кимәлдә уҙған олимпиадаларҙа призлы урындар яулай, имтихандарын уңышлы тапшыра. Шуныһы һөйөнөслө - уларҙың араһында уҡытыусыһының юлын дауам итеүселәр ҙә бар.

 Яҙмыш Суфия апайға төрлө мәктәптәрҙә эшләү бәхете биргән. Воскресенск, Өфө районының Жуков ауылы мәктәптәрендә, Өфө ҡалаһының 123-сө лицейында физика һәм математиканан уҡытҡан сағында ла ул үҙен көслө уҡытыусы, тәжрибәле педагог итеп таныта.

***

 Суфия Низаметдин ҡыҙы – Ураҡай ауылы килене. Тормош иптәше Юныс Йосоп улы Байдәүләтов оҙаҡ йылдар урман хужалығы тармағында эшләгән. Бынан бер нисә йыл элек баш ҡаланы ҡалдырып, Игебай ауылына ҡайтып төпләнгәндәр. Әммә хаҡлы ялда ла тыныс ҡына ултырырға тура килмәй тәжрибәле уҡытыусыға – Әлмәс мәктәбенә эшкә саҡырғас, йөрөп уҡытырға риза булған.

 Әйткәндәй, Байдәүләтовтарҙың ике ҡыҙы әсәләре юлын һайлап, уҡытыусылар династияһын дауам итә. Гөлшат исемле ҡыҙҙары Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын тамамлаған, Саҡмағошта башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, географиянан уҡыта, кейәүҙә, тормош иптәше менән 4 бала үҫтерә; Зөлфиә тәүге һөнәре буйынса – социаль педагог, аҙаҡ юридик белем алған, юрист булып эшләй, ире менән 2 балаға ғүмер биргән; улдары Айнур Башҡорт дәүләт университетын, аҙаҡ Өфөлә Эске эштәр министрлығының юғары мәктәбен тамамлаған, юрист булып эшләй, ул да ике бала атаһы; төпсөктәре Айһылыу педагогия колледжында, Башҡорт дәүләт педагогоия университетында белем алған, әлеге көндә баш ҡалала инглиз теленән уҡыта, быйыл ул “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының муниципаль этабында еңеп, әлеге мәлдә бәйгенең республика этабында ҡатнаша.

 Хеҙмәтенә күрә –хөрмәте, тиҙәр. 45 йыл самаһы ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған Суфия Низаметдин ҡыҙының хеҙмәте БР Мәғариф министрлығының һәм райондың, мәғариф бүлегенең  маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнә.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: