Мораҙым
+22 °С
Дождь
ЙӘМҒИӘТ
23 Марта 2023, 06:31

Ҡоштар ҡайта!

Яҙ һулышы тойола бөтә ерҙә. Ҡара ҡарғалар, сәүкәләр февраль урталарында уҡ күренде. Аҡҡоштар килеүен үткән аҙнала Көйөргәҙеләр һөйөнсөләһә, кисә-бөгөн Хәйбулла яҡтарында ла был гүзәл ҡоштарҙы осратҡандар. Сыйырсыҡтар ҙа оя һайлап, йыр һуҙа.  Ҡоштар — тәбиғәттең ғәжәйеп бер йән эйәһе ул. Уларҙың тормошо күҙәтеп кенә лә әллә нимәләр белергә, хатта тормош асылына төшөнөргә була.     

Ҡыр ҡаҙҙары менән торналар иһә саҡ ҡына һуңыраҡ ҡайта. Торна килһә, ысын яҙ килә тигән ышаныс та бар халыҡта. 
Яҙ хәбәрсеһе - ҡара ҡарғаларҙың тормошо ла бик ҡыҙыҡлы ғына: уны күҙәтеп миҙгелдең нисек килерен күҙалларға ла була.
 
Мәҫәлән, ҡыш йылы булыр булһа, ҡарғалар йылы яҡҡа осмай, ҡыш, киреһенсә, ҡаты килер булһа, ҡарғалар иртә көҙҙән үк тупланыша башлай икән. Ҡарғалар тормошо кешенеке менән йәнәшә барғанғамы, беҙ уларға бик иғтибар ҙа итеп бармайбыҙ, ихтирам да итмәйбеҙ.
 
Ә бына меңәрләгән саҡрым ер үтеп, оя ҡорорға тыуған яғына ашҡынып ҡайтҡан ҡыр ҡаҙҙарын, торналарҙы, аҡҡоштарҙы беҙ, нисектер эске бер тулҡынланыу, йәлләү ҡатыш һоҡланыу тойғоһо менән көтөп алабыҙ.

Ҡыр ҡаҙҙарын беҙ яу ҡырында ятып һалдаттарҙың рухы менән сағыштырабыҙ. Ысынлап та, уларҙың тормошо кеше тормошона бик ныҡ оҡшаш икән ул. Быны орнитологтарҙың төрлө ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәре лә иҫбатлай: ҡыр ҡаҙҙары үҙенә иште ғүмерлеккә һайлай, ғүмер буйы тоғролоҡ һаҡлай. Уларға ғына түгел, ғөмүмән, бөтә төр ҡоштарға ла хас ул был күренеш. Аҡҡош, мәҫәлән, парын юғалтһа, башҡа аҡҡош менән ҡауыша алмай, ҡалған ғүмерен яңғыҙ үткәрә, тиҙәр.
 
Ҡоштар менән бәйле һынамыштар:
 
*Ҡарға ҡарҡылдаһа, көн боҙола.
*Ҡаҙ суҡышын шыҡылдатһа, көн һыуыҡ була.
*Ҡарлуғастар түбән осһа, ямғыр яуа.
*Ҡаҙ томшоғон ҡанат аҫтына тығып, бер аяғын күтәрһә, көндәр һыуыр.
*Ҡарғалар ағастың аҫҡы ботағына ҡунһа, ел булыр.
*Торналар килһә, баҫыуға ашыҡ.
Һайыҫҡан шыҡырлаһа, ҡунаҡ килер.
*Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килер.
ара ҡарға килгәс, бер айҙан ҡар китер.
ара ҡарға ояға ултырһа, өс аҙнанан сәсеүгә сығырға кәрәк.
гәр аҡҡош яҙ көнө иртә күренһә, һалҡын булыр.
*Тауыҡтар яҙ көнө әтәс кеүек ҡысҡырһа, йыл ауыр булыр.
 
Ҡоштар ҡайта!
Ҡоштар ҡайта!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас