Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
23 Март 2023, 09:30

Бураҡаева уҡыуҙары

Бөгөн Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылы Мәрйәм Бураҡаева исемендәге Башҡорт гимназия-интернатында "Бураҡаева уҡыуҙары" төбәк-ара фәнни -ғәмәли конференция үтә. Унда Күгәрсен районынан Тәүәкән мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлназ Сәлихова ла ҡатнаша.  Гөлназ Салауат ҡыҙы "Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм!"  китабындағы йүнәлештәрҙе йәйге "Йәйләү" лагерында ҡулланыу буйынса тәҡдимдәр" темаһына сығыш яһай.   

Күренекле йәмәғәт эшмәкәре, педагог, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның йәмғиәттәге тотҡан урыны, уның эшмәкәрлегенең төрлө яҡлы икәнлеген күреп тә, уҡып та, ишетеп тә беләбеҙ. Уҡытыусылар,  тәрбиәселәр уны үҙенең остазы итеп иҫәпләһә, беҙ ҙә,  журналистар, Мәрйәм Сабирйән ҡыҙын журналист булараҡ яҡын күрәбеҙ. Ул был тәңгәлдә башлыса өс йүнәлеш – тәбиғәтте һаҡлау, туған телебеҙҙе күтәреү һәм ауылдарҙы алып ҡалыу темаларын күтәрә. 

Мәрйәм апайҙы Күгәрсен районы менән рухлы кешегә хас булған  иң нескә, иң тәрән хис-тойғолар - ер яҙмышы, милләт яҙмышы, тел яҙмышы, уларҙың  тарихи үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге тығыҙ бәйләп тора. Бөтәбеҙгә лә мәғлүм, байтаҡ йылдар элек республикабыҙҙа байтаҡ ауылдарға  “перспективаһыҙ” мөһөрө һуғыла. Шул иҫәптән, халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуған ауылы Туйөмбәткә лә. Бына ошо ауылды “киләсәкһеҙ” тигән хөкөмдән алып ҡалыуҙа уның да өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Зәйнәб Биишева менән Мәрйәм апай заманында ныҡ аралашып йәшәгән. Йыш ҡына яҙыусының тыуған яғына – беҙҙең Күгәрсен районына ҡайтыр булғандар. Бер шулай ауылға ҡайтҡандарында Туйөмбәттең “киләсәкһеҙ” –перспективаһыҙ ауылдар иҫәбенә индерелгәнлеген хәбәр итәләр. Әлбиттә, тыуған ерен, халҡын, милләтен һөйгән ике әҙибә лә был хәбәрҙе ауыр ҡабул итә, бик ныҡ ауыр кисерә, һәм, Мәрйәм апай  ошо киләсәкһеҙ ауылдар проекты тураһында мәғлүмәт туплай башлай. Йәш булһа ла, яҙыусы, журналист булараҡ был мәсьәләне матбуғатта яҡтыртырға баҙнат итә.  Шулай итеп, “Совет Башҡортостаны” гәзитендә (1979 йылдың 6 декабрендәге һанында)  “Бөгөнгөбөҙ һәм иртәгәһе көнөбөҙ хаҡына” тигән мәҡәлә донъя күрә.  Ул мәҡәләнең йөкмәткеһен, оло быуын кешеләре, моғайын, яҡшы хәтерләйҙер. Был мәҡәлә  Мәрйәм Бураҡаеваның Зәйнәб Биишева тураһындағы “Оло Эйек ҡыҙы” китабында ла тулы килеш бирелә. Шул мәҡәләгә  ул ваҡыттағы Күгәрсен район Советы башҡарма комитеты рәйесе Мөхтәр Шәриповтан “Райондың генеральный планы буйынса Туйымбәт ауылы перспективаһыҙ ауылдар иҫәбенә индерелгән” тигән яуап килә. Ул осорҙа Туйөмбәттә 39 өйҙә 132 кеше йәшәгән, башланғыс мәктәп тә эшләгән, магазин, 500 баш һыйыр малы иҫәпләнгән ферма ла, тимәк, халыҡҡа әҙме-күпме эш тә була.

 Яуаптар ҡәнәғәтләндерерлек булмағас, бер йыл тигәндә ошо уҡ темаға тағы бер мәҡәлә яҙа Мәрйәм апай.  Был йүнәлештә һөйләшеү артабан да дауам итә һәм Мәрйәм апай  Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы эргәһендәге Төҙөлөш һәм архитектура эштәре идаралығы начальнигы Хихлуха менән һөйләшә. Ул перспектив пландың халыҡ депутаттарының район Советтары башҡарма комитеттары тәҡдимдәре нигеҙендә төҙөлөүен әйтә. Тимәк, бөтә нәмә урындағы етәкселәрҙән торған.

 Зәйнәб Биишева ул ваҡытта Мәскәүҙә була, хәбәр алғас, оҙаҡламай ул да ҡайтып төшә һәм икәүләп (1962-1986 йылдарҙа министрҙар советы рәйесе) Зекериә Аҡназаровҡа инәләр. Йәш кенә балһа ла, ауыл, ер, ил, тел яҙмышына битараф булмаған Мәрйәм Сабирйән ҡыҙын Зекериә Аҡназаров “Башҡортта һинең һымаҡ тағы ун ҡатын булһа, йәшәрбеҙ” тип ҡанатландыра.

Боҙ ҡуҙғала һәм күп тә үтмәй Күгәрсен район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Степкиндан “Туйөмбәт ауылы перспектив ауылдар иҫәбенә индерелде” тигән яуап килә.

 Көйөргәҙе районындағы перспективаһыҙ тип мөһөрләнгән Кинйә ауылын да алып ҡалыуға өлгәшәләр Бураҡаевтар. Ул хаҡта ла “Оло Эйек ҡыҙы” китабында  бик төплө, бөтә дөрөҫлөгөндә  матур итеп яҙылған.  Ә иң ныҡ ҡыуанғаны, моғайын, Зәйнәб Абдулла ҡыҙы булғандыр. Үкһеҙ етемлектә үҫкән әҙибә өсөн  тыуған ауылһыҙ ҡалыу – илһеҙ, телһеҙ ҡалыуға бәрәбәр булғандыр.  “Тыуған ауылһыҙ ҡалыу ҙа етемлек бит ул, һылыу, һиңә рәхмәт, ауылдаштарым онотмаҫ был изгелекте”, -  тип ихлас ҡыуана ул һәм ауылға ҡайтып боронғоса тирмәгә оҡшатып йорт төҙөтөү хыялы менән яна башлай. Шуныһы ғәжәп: аҙаҡ Туйөмбәттә архитекторҙар Рудоль Әүсәхов менән Наил Ғәлиевтарҙың проекты буйынса төҙөлгән йорт тап тирмә рәүешендә ҡалҡып сыға.

Бураҡаева уҡыуҙары
Бураҡаева уҡыуҙары
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас