Мораҙым
+28 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
22 Март 2023, 10:19

Йомарт күңелле, изгелекле ул Зилә апай

Изге Рамаҙан айына инергә һанаулы сәғәттәр ҡалған мәлдә, әлбиттә, иман юлында булып, кешеләргә һәр саҡ гел изгелек ҡылырға ынтылыусы ихлас, мөләйем заттар тураһында яҙғы килә. Мораҡ ауылында йәшәүсе Зилә Килдикова – тап шуларҙың береһе.  Эскерһеҙ, тура һүҙле, ғәҙел, ярҙамсыл ул. Аҡ теләктәре, доғалары менән һыҙлаған йәнеңде лә имләр, дауалар...

Йомарт күңелле, изгелекле ул Зилә апайЙомарт күңелле, изгелекле ул Зилә апай
Йомарт күңелле, изгелекле ул Зилә апай

 Үҫмер сағынан йәтимлектең әсе ғазабын, тормош ауырлығын үҙ елкәһендә татып буй еткергән гүзәл затҡа тормошта бер нәмә лә еңел бирелмәй. Әммә йәшәү йәмен тынғыһыҙ эштә табып, Аллаһҡа һыйынып, яҡшылыҡҡа, изгелеккә ышанып һәм ынтылып көн итергә күнегә. Мораҡ үҙәк район дауаханаһының терапия бүлегендә, артабан почтала эшләһенме, ашнаҡсы, ябай ғына йыйыштырыусы һөнәрен башҡарһынмы... – һәр эште бар күңелен һалып атҡара.

 Ун йәшендә әсәй наҙынан айырған яҙмыш уға тағы ла һынауҙар ебәрә – бер яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән ике бөркөтөнөң береһе, Вилданы, йәшләй генә баҡыйлыҡҡа китә. Тәҡдирҙең был яҙғанын да сабыр ғына кисереп, кешелеккә, тормошҡа булған һөйөүен һүрелтмәй ул. “Ҡыҙыл мәсет”тә барған дини уҡыуҙарға йөрөп, бер өҙлөкһөҙ шул юҫыҡта ғилем туплауының хикмәте Зилә апайҙың алсаҡ йөҙөндә, изге ғәмәлдәрендә үк сағыла.

- Остаздарым Рәсүл хәҙрәт менән Әминә абыстай, Тәүәкән ауылы имам-хатибы Әбделғәни, Мәләүездән Әлфиә Харис ҡыҙы, Йомағужанан Зөлфиә абыстай һәм башҡаларға сикһеҙ рәхмәтлемен. Улар биргән һабаҡтар тормош өсөн фәһемле. Ә үҙҙәре матур булмыштары, изге ғәмәлдәре менән тирә-яҡҡа өлгө булып тора, - ти танышым ихлас күңелдән.

 

Автор:Гульшат Саитбаталова
Читайте нас